Уҡыусылар, карта һәм компас ҡулланып, чипта эшләне. Тәүге көн йомғаҡтары буйынса “Күп көнлөк кросс, пролог” дисциплинаһында 14 – 15 йәштәге балалар араһында 2,6 км арауыҡта Фиданур Ғәйнуллин – өсөнсө, 16 – 17 йәштәгеләр араһында 3 км арауыҡта Нәркәс Вәлиева өсөнсө урын яуланы.
Ярыштың икенсе көнөндә 12 – 13 йәшлек ҡатнашыусылар араһында “Күп көнлөк кросс, финал” дисциплинаһында 2,5 км арауыҡта Айгүзәл Исмәғилева – өсөнсө, Фиданур Ғәйнуллин 4 километрға йүгереүҙә беренсе урын алды. Дөйөм команда иҫәбендә дүртенсе урынға сыҡтылар.
Шулай итеп, республика кимәлендәге ярыштарҙа тәүге тапҡыр ҡатнашып, Дыуан-Мәсетле мәктәбе уҡыусылары яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Любовь ОБУХОВА.
Һүрәттә һулдан уңға: Ф. Мөхәмәтов, А. Исмәғилева, Ф. Ғәйнуллин