Мәсетле тормошо
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Март , 12:25

Хоккей донъяһында оло юғалтыу

“Салауат Юлаев”тың тренеры арабыҙҙан китте. Уға ни бары 42 йәш ине...    

Хоккей донъяһында оло юғалтыу
Хоккей донъяһында оло юғалтыу

2011 йылда командабыҙ составында Гагарин кубогын яулаусы Константин Кольцов вафат булған. Был турала “Салауат Юлаев” хоккей клубының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итәләр.

”Салауат Юлаев”тың тренеры Константин Кольцов арабыҙҙан китте. Ул бик көслө һәм тормошто яратҡан кеше булды. Уны уйынсылар, коллегалары, көйәрмәндәр яратты һәм хөрмәт итте. Константин Евгеньевич үҙен беҙҙең клуб тарихына мәңгелеккә индерҙе. Кольцов ”Салауат Юлаев” составында Рәсәй чемпионатында һәм Гагарин кубогында еңеү яуланы, команданың тренерҙар штабында ҙур эш башҡарҙы”, – тип яҙа клубтың матбуғат хеҙмәте.

”Салауат Юлаев” хоккей клубы Константин Евгеньевич Кольцовтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Константин Кольцов командабыҙҙа 2022 йылдан тренер вазифаһын башҡара ине.

Фото: ”Салауат Юлаев”тың матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
 
Автор: