Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Ғинуар , 15:25

Шахмат – зирәктәр уйыны

20 ғинуарҙа Яраҫтау ауылында Дыуан районы тренеры Александр Цепилов иҫтәлегенә арналған шахмат буйынса традицион турнир уҙҙы. Сарала Ҡый-ғы, Мәсетле, Дыуан райондарынан барлығы 75 бала һәм өлкән кеше ҡатнашты. Улар иҫәбендә Илнур Мөхәмәтйәнов етәкселегендә Яңы Мишәр мәктәбе командаһы ла бар.

Шахмат – зирәктәр уйыны
Шахмат – зирәктәр уйыны

Сара тиҙ шахмат ҡағиҙәләре буйынса 9 турҙа уҙҙы. Конкурсҡа йомғаҡ йәшкә ҡарап дүрт категорияла яһалды. Беҙҙең райондаштар ҙа еңеүселәр һәм призерҙар иҫәбенә инде.
Наҙгөл Сәләхова 18 йәшкә тиклемге төркөмдә еңеү яуланы. Үҫмерҙәр араһында Илдан Ғилметдинов 14 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә почетлы икенсе урын алды. Уларҙың етәксеһе Илнур Зиннур улы дөйөм иҫәптә өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ә Артур Ғилметдинов менән Диана Лотфуллина үҙ төркөмдәрендә дүртенсе урынға сыҡты.
Бындай сара команда вәкилдәре өсөн яңылыҡ түгел – улар башҡа шахмат турнирҙарында ла ҡатнашып, үҙ мәктәбе һәм районы исеменән лайыҡлы сығыш яһай.
Шул арала
20 ғинуарҙа Салауат районы Арҡауыл ауылында 2009 йылғы һәм унан кесерәк үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре А. Ғ. Нурмөхәмәтов призына асыҡ турнир уҙҙы. 40 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Ләмәҙтамаҡ ауылынан Илһам Фәттәхов беренсе урын алды.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: