Мәсетле тормошо
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Октябрь 2023, 11:00

11 октябрҙә Өфөлә фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башлана

Был аҙнала Өфөлә конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса «Ҡурай иле» Бөтә Рәсәй ярыштары башлана. Ярыштарҙы асыу тантанаһы Башҡортостан Республикаһы көнөндә уҙа.

11 октябрҙә Өфөлә фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башлана
11 октябрҙә Өфөлә фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башлана

Шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһында юниорҙар араһында конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары ойошторола. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, спортсыларҙы Олимпия уйындары чемпиондары Алина Заһитова, Виктория Синицина, Никита Кацалапов, Марк Кондратюк, Анна Щербакова, донъя, Европа, Рәсәй чемпиондары, донъя чемпионаттары призёрҙары Александра Бойкова, Дмитрий Козловский, Елизавета Туктамышева, Дмитрий Алиев, Александра Степанова һәм Иван Букин сәләмләй.

Ярыштар 11 октябрҙә Спорт һарайында (Рихард Зорге урамы, 41) киске 5 тула 15 минутта асыла. Фигуристарҙың сығыштарын 10-14 октябрҙә ҡарарға мөмкин. Ярыштарҙа спорт мастерлығына кандидаттар ҡатнаша. Программала яңғыҙ һәм парлап шыуыу, шулай уҡ боҙҙа бейеү ҡаралған. Билеттар һатыуҙа.

Фото

Автор: