Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Июль 2023, 15:00

Сурдлимпиясыларҙың халыҡ-ара йәйге уйындарында Өфөнән 23 спортсы сығыш яһай

Рәсәйҙән «Беҙ бергә. Спорт» сурдлимпиясыларҙың халыҡ-ара йәйге уйындарында ҡатнашҡан ике йыйылма команда составында Өфөнән 23 спортсы бар. Был турала баш ҡала мэрияһында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең физик культура һәм спорт  идаралығы начальнигы Егор Сорокин хәбәр итте.

Сурдлимпиясыларҙың халыҡ-ара йәйге уйындарында Өфөнән 23 спортсы сығыш яһай
Сурдлимпиясыларҙың халыҡ-ара йәйге уйындарында Өфөнән 23 спортсы сығыш яһай

Егор Сорокин әйтеүенсә, Рәсәй йыйылмаһы «Рәсәй-1» һәм «Рәсәй-2» командаларынан тора. Беренсеһендә Өфөнән — 10, икенсеһендә — 13 спортсы. Ярыштар ойошторолған  майҙансыҡтарға инеү бушлай, тип өҫтәне ул һәм ҡала халҡын, ҡунаҡтарын Рәсәй спортсыларының сығыштарын ҡарарға саҡырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындары 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем бара. Кисә баш ҡаланың «Өфө-Арена» боҙ һарайында Уйындарҙы асыу тантанаһы уҙҙы.

Өфөгә Бразилия, Франция, Төркиә, Испания, АҠШ, Израиль, Кения, Филиппин, Бахрейн, Иран, Ираҡ, Вьетнам һәм башҡа илдәрҙән (йәмғеһе 30 ) 743 спортсы килде. Рәсәй командаһында — 495 спортсы.

Фото:Валерий Шахов

Автор: