Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ноябрь 2022, 09:20

Яуыштар спорт менән дуҫ

“Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсының муниципаль этабы барышында ауыл биләмәләрендә социаль әһәмиәтле саралар уҙғарыла. Балалар һәм өлкәндәр төрлө спорт ярыштарында һәм эскелеккә ҡаршы акцияларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша.

Яуыштар спорт менән дуҫ
Яуыштар спорт менән дуҫ

Ошо көндәрҙә Яңы Яуыш мәктәбендә ГТО тапшырыу һәм көрәш буйынса ярыш үтте. Спорт сараһын Яңы Яуыш мәктәбе директоры Гөлнара Абдрахманова, тренер-уҡытыусы Динат Абдрахманов һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Фәнил Денисламов асты.
Сарала 50-нән ашыу кеше, башлыса Яңы Яуыш мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары сығыш яһаны. Фестивалдең иң бәләкәй ҡатнашыусыһы – балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе алты йәшлек Айгөл Нәбиуллина.
ГТО нормаларын тапшырыр алдынан, мускулдарҙы йомшартыу һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеү өсөн, бөтәһе лә дәррәү зарядка эшләп алды. Артабан улар спорт төрҙәрендә үҙ көстәрен һынаны: арҡала ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү, ҡулдарҙы иҙәнгә терәп кәүҙәне күтәреү, гер күтәреү, гимнастик эскәмйәлә күтәрелеү, оҙонлоҡҡа һикереү.
Был ваҡытта икенсе залда Мәсетле районы үҫмерҙәре араһында мәктәп уҡыусылары спартакиадаһы нигеҙендә көрәш буйынса зональ ярышҡа һайлап алыу этабы барҙы. Келәмгә иң тәүҙә кесе йәштәге малайҙар сыҡты. Улар, көрәш алып барыуҙың яҡшы техникаһын күрһәтеп, ҡомар менән көрәште. Һуңынан залды тәжрибәлерәк спортсылар биләне.
Ярыш йомғаҡтары буйынса иң яҡшы көрәшселәр асыҡланды. 36 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Илнур Дәүләтбаев еңеү яуланы (Яңы Яуыш ауылы), икенсе почетлы урын – Иман Диновта (Яңы Яуыш), өсөнсө – Айнур Хөснөтдиновта (Түбәнге Бобин). 40 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Илсур Низамов беренсе урын алды (Ләмәҙтамаҡ), икенсе урында – Иҙел Хәсәнов (Яңы Яуыш), өсөнсөлә – Нурислам Хизбуллин (Яңы Яуыш). 45 кг ауырлыҡ категорияһында Әмир Лоҡманов иң көслөһө тип танылды (Ләмәҙтамаҡ), икенсе урын – Илшат Әхмәтшинда (Ләмәҙтамаҡ), өсөнсө – Вилнур Камаловта (Яңы Яуыш). 50 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Илдар Рәхимов иң яҡшы көрәшсе булды (Башҡорт гимназияһы), икенсе урын – Урал Ғөзәйеровта (Ләмәҙтамаҡ), өсөнсө – Ғайсар Әҡбәровта (Ләмәҙтамаҡ). 55 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында беренсе урында – Әмир Кәримов (Ләмәҙтамаҡ), икенсе – Фәнүр Динов (Яңы Яуыш). 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Илназар Вәхитов еңеүсе булды (Башҡорт гимназияһы). 70 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында беренсе урынды Рауил Хафизов яуланы (Ләмәҙтамаҡ), икенсе – Олег Елисеев (Түбәнге Бобин). 70 килограмдан күберәк ауырлыҡ категорияһында Данис Хисаметдинов еңеүсе булды (Түбәнге Бобин), Кирилл Федеряев икенсе урын алды (Башҡорт гимназияһы). Еңеүселәр Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе грамоталары менән бүләкләнде.
Диана Абдрахманова.

Автор:Лариса Михалькова