Күнекмәләр ваҡытында һәр ҡатнашыусы физик һәм эмоциональ яҡтан үҙен яҡшыраҡ хис итә башлай. Улар көнө буйына етәрлек ҙур ыңғай тәьҫораттар ала. Бындай спорт төрө менән шөғөлләнеүҙең төп сәбәбе – кәүҙәне тонуста тотоу. Сөнки умыртҡа бағанаһы остеохондрозы, һөйәктәр остеопорозы, артроз, йоҡо режимы боҙолоуы, гипертония, эске ағза ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуының боҙолоуы булғанда физик әүҙемлекте юғалтмау мөһим.
Өйҙә йәиһә баҡсала эшләү физкультура менән шөғөлләнеү кеүек һөҙөмтәгә килтермәй. Бындай хеҙмәт организмға файҙа килтерә тип әйтеп булмай – унда бер мускул төркөмдәрен туплаған бер төрлө хәрәкәттәр өҫтөнлөк итә. Дөрөҫ һайланған физик күнекмәләр мускулдарҙың аныҡ төркөмдәрен күнектереүгә йүнәлтелгән.
Өлкән йәштәгеләр өсөн бик шәп физик күнекмә ысулы – скандинавса йөрөү. Ул тын алыу органдары, йөрәк-ҡан тамыры системаһы, эсәк юлы эшен яҡшырта, ҡанда холестерин кимәлен кәметә, матдәләр алмашыныуын яйға һала, ағыулы матдәләрҙе тиҙерәк сығара һәм шуның менән организмдың дөйөм йәшәреүенә булышлыҡ итә. Кәүҙәне дөрөҫ тоторға һәм, хатта, төҙәтергә мөмкинлек бирә. Яурын һәм муйын проблемаларын хәл итә.
– Барлыҡ ауылдаштарҙы ла ошо спорт төрө менән шөғөлләнергә саҡырабыҙ, – ти Яңы Мөслим ауылынан Гүзәл Зәйнетдинова. – Беҙҙең һәр беребеҙ сәләмәтлек төп ресурс булыуын аңларға тейеш. Спорт менән шөғөлләнеү, насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу мөһим.
Күнекмәлә ҡатнашыусыларҙың күбеһе 60 йәштән уҙған. Уларға ҡарап, нисә йәштә булһаң да ял ваҡытын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә мөмкин тип тулы ышаныс менән әйтергә була. Күнекмәләр даими уҙғарыла. Ауыл әүҙемдәре көндөҙгө сәғәт 3-тә йыйыла һәм сәғәт ярым самаһы саф һауала йөрөп килә.
Рания ҠОРБАНОВА,
Яңы Мөслим ауылы.