Маҡсаты – халыҡты даими рәүештә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә, скандинав йөрөүе ярҙамында сәләмәт һәм әүҙем йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу.
Сарала пенсия йәшендәге мәсетлеләр ҡатнашты. Уларҙы район хакимиәтенең халыҡ менән эшләү һәм йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы Илнур Вәлиев сәләмләне. Скандинав таяҡтарын ҡулланып йөрөү техникаһы буйынса оҫталыҡ дәресен район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм белгесе Марат Ханнанов үткәрҙе.
Сара һуңында барлыҡ ҡатнашыусыларҙы Ололар көнө менән ҡотланылар һәм иҫтәлекле вымпелдар тапшырҙылар.
Рәсәйҙә скандинав йөрөүе 2019 йылда спорт төрө булараҡ реестрға индерелде. Ул бигерәк тә аҙ хәрәкәт иткән кешеләр өсөн файҙалы. Күнекмәләрҙән һуң арыу юғала, эшкә һәләтлелек, организмдың сыҙамлығы арта, физик форма яҡшыра. Таяҡ менән йөрөү йөрәк-ҡан тамырҙарын, тын алыу системаһын нығыта, иммунитетты күтәрә, организмға ябығырға һәм алмашыу процестарын тергеҙергә ярҙам итә. Сәләмәт йоҡо, дәрт һәм яҡшы кәйеф күҙәтелә. Даими күнекмәләр координацияны, сослоҡто, көстө һәм сыҙамлыҡты үҫтерә. Ул һәүәҫкәрҙәрҙән алып профессионалдарға тиклем һәммәһе өсөн дә файҙалы булыуы менән үҙенсәлекле. Уның менән йылдың ҡайһы миҙгелендә лә шөғөлләнергә мөмкин. Скандинав йөрөшө махсус кейем һәм ҡиммәтле инвентарь талап итмәй.
Мәсетле районы ауылдары халҡы ла был саранан ситтә ҡалманы һәм дәррәү тәбиғәткә сыҡты.
Ҡатнашыусыларҙың үтенесе буйынса яҡын арала Оло Ыҡтамаҡ ауылында Марат Ханнанов етәкселегендә скандинав йөрөүе менән шөғөлләнергә теләгәндәр өсөн клуб асыласаҡ. Унда төрлө йәштәге кешеләргә спорт менән шөғөлләнеү, аралашыу һәм ыңғай тәьҫораттар алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Төркөмгә яҙылыу өсөн 8 (34770) 2-17-85, 8-987-026-45-07 телефон һандары буйынса шылтыратырға кәрәк.