Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Октябрь 2022, 14:30

Норматив тапшырҙылар

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Мәҙәниәт һарайында буласаҡ абитуриенттар араһында ГТО нормаларын ҡабул итеү буйынса сара уҙҙы. Унда 70 үҫмер ҡатнашты.

Норматив тапшырҙылар
Норматив тапшырҙылар

Егет һәм ҡыҙҙарҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов, район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса баш белгесе Марат Ханнанов, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Фәнил Денисламов сәләмләне.
Бәйгеселәр үҙ көсөн түбәндәге нормативтарҙа һынаны: ятҡан килеш ҡулдарҙа күтәрелеү, бейек турникта күтәрелеү, түбән эскәмйәлә күтәрелеү, гимнастик эскәмйәлә тороп алға эйелеү, ике аяҡ менән этәрелеп урындан оҙонлоҡҡа һикереү.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һәр кем нормативтарҙы тапшырыуҙа ҡатнаша ала, бының өсөн www.gto.ru Бөтә Рәсәй интернет-порталында теркәлергә һәм тейешле номер алырға, артабан муниципаль тест үткәреү үҙәгенә ғариза бирергә һәм табиптан рөхсәт алырға кәрәк.
Лилиә СОЛТАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова