Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Октябрь 2022, 09:25

Улар сәләмәтлекте һайлай

Теләш ауыл клубында “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” республика программаһын тормошҡа ашырыу һәм оло йәштәге граждандарҙың әүҙем оҙон ғүмерен оҙайтыу маҡсатында “Спорт – сәләмәтлек нигеҙе” эстафетаһы уҙҙы.

Улар сәләмәтлекте һайлай
Улар сәләмәтлекте һайлай

Спорт сараһында Теләш, Ишәле һәм Тәкә ауылдарынан өс команда көс һынашты. Уларҙың йәше лә, физик әҙерлеге лә мөһим түгел ине. Иң мөһиме – сәләмәт тормош яҡлы булыу.
Бәйгеселәр үҙҙәренең етеҙлеген, көсөн, таҫыллығын, зирәклеген, ойошҡанлығын күрһәтте, үҙҙәрен ҙур, татыу команда итеп тойҙо, шулай уҡ күтәренке рух һәм бик күп ыңғай тәьҫораттар алды.
Мәсетле районы
мәҙәниәт бүлеге.

Автор:Лариса Михалькова