Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Июль 2022, 11:15

Халыҡ-ара шахмат көнөнә ҡарата – турнир

Халыҡ-ара шахмат көнө уңайынан 20 июлдә район мәҙәниәт йортонда ауыл биләмәләре араһында Спартакиада сиктәрендә шахмат турниры уҙҙы.

Халыҡ-ара шахмат көнөнә ҡарата – турнир
Халыҡ-ара шахмат көнөнә ҡарата – турнир

Сараны асып, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин был спорт төрөн һөйөүселәрҙе ҡотланы.
Ярышта Ростов, Дыуан-Мәсетле, Оло Аҡа, Ләмәҙтамаҡ һәм Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советтары командалары ҡатнашты.
Интеллектуаль уйын командалары араһындағы турнирҙың һөҙөмтәһе түбәндәгесә: беренсе урынды – Ләмәҙтамаҡ ауыл советы, икенсе – Ростов ауыл советы, өсөнсөнө Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советы командаһы яуланы.
Шәхси беренселектә Дыуан-Мәсетле ауылынан Айрат Фазыловтың уйнауын билдәләнеләр.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк, Халыҡ-ара шахмат көнө бөтә донъяла 1966 йылдан башлап 20 июлдә уҙғарыла. Был байрам 1924 йылда ойошторолған Халыҡ-ара шахмат федерацияһы – ФИДЕ ҡарары буйынса үткәрелә.
Уйындың исеме фарсы теленән алынған: шах мат – шаһ үлде. Шахматтың тыуған иле – Һиндостан. Унда 5 быуатта шахматҡа тиклемге уйын – чатуранга уйыны барлыҡҡа килгән.
ФИДЕ мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн шахмат спорт төрө булараҡ донъяның 107 илендә танылған, унда бөтә ҡитғаларҙа тиҫтәләгән миллион уйынсы уйнай һәм көн һайын уртаса 60 миллиондан ашыу уйын үткәрелә.

Халыҡ-ара шахмат көнөнә ҡарата – турнир
Халыҡ-ара шахмат көнөнә ҡарата – турнир
Автор:Лариса Михалькова