Алты команда ҡатнашлығындағы спорт сараһы Башҡортостан Республикаһында волейболды үҫтереү һәм популярлаштырыу йылына арналды. Еңеүселәр:
1-се урын – мәғариф бүлеге,
2-се урын – Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе,
3-сө урын – Оло Ыҡтамаҡ лицейы.
Шулай уҡ һәләтле уйынсылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде: “Иң яҡшы бәйләүсе уйынсы” – Денис Нәбиуллин (мәғариф бүлеге), “Иң яҡшы һөжүм итеүсе уйынсы” – Филүс Зиннуров (мәғариф бүлеге), “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” – Рәшит Хәмитов (Оло Ыҡтамаҡ лицейы).
Мәсетле көрәшселәре йәнә алдынғы урында
Өфөлә Ю. А. Гагарин кубогына ҡатнаш хәрби көрәш буйынса ярыш үтте. Унда Мәсетле районынан “Патриот” клубы командаһы ҡатнашты.
Ныҡышмалы көрәштә Альберт Ниғмәтуллин 1-се урын яуланы һәм 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында үҫмерҙәр араһында Башҡорт- остан Республикаһы чемпионы булды. Лиана Ғизәтулина 55 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ҡыҙҙар араһында икенсе урын алды, ә Ләйсән Кәримова – 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында өсөнсө урын.
Диана ВАТОЛИНА әҙерләне.