Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Апрель 2022, 15:15

Аҙна йомғаҡтары

Теннис ярышыБашҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXIV спартакиадаһы барышында өҫтәл теннисы буйынса ярыш уҙҙы.

Аҙна йомғаҡтары
Аҙна йомғаҡтары

Үҫмерҙәр араһында команда иҫәбендә яуыштар еңеү яуланы. Икенсе урында – Йонос мәктәбе, өсөнсөлә – Түбәнге Бобин мәктәбе уҡыусылары. Шулай уҡ ҡыҙҙар араһында Яңы Яуыш мәктәбе командаһы иң көслөһө тип танылды. Икенсе урынды – Түбәнге Бобин мәктәбе, өсөнсөнө Дыуан-Мәсетле мәктәбе алды.
Шәхси беренселектә урындар түбәндәгесә билдәләнде. Үҫмерҙәр араһында: беренсе, икенсе һәм өсөнсө өҫтәлдәрҙә Яңы Яуыш мәктәбе уҡыусылары Илшат Шаһиев, Илнур Абдрахманов, Байназар Ғарипов еңеүсе булды.
Ә ҡыҙҙар араһында беренсе һәм өсөнсө өҫтәлдә – Нәргизә Рәхимова, Алина Исламова (Яңы Яуыш мәктәбе), өсөнсөлә Алина Кашапова (Түбәнге Бобин мәктәбе) еңеү яуланы.

Волейбол
Уҙған ял көндәрендә Балаҡатай районы Иҫке Балаҡатай ауылында Советтар Союзы Геройы И. С. Дятлов кубогына волейбол буйынса турнир уҙҙы.
Ярыш йомғаҡтары буйынса тренер Сергей Кустиков етәкселегендәге Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең “Восход” ҡыҙҙар йыйылма командаһы еңеүсе булды.
Наталья РУСИНОВА әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова