Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Апрель 2022, 12:25

Башҡортостан бобслейсыһы Рәсәй чемпионатында икенсе «алтын» яуланы

Сочиҙа Рәсәй чемпионатында Башҡортостандан бобслейсыһы Ростислав Гайтюкевич икенсе алтын миҙал яуланы. Ул Кирилл Антюх, Александр Ефимов һәм Алексей Лаптев менән бергә трассаны 3.39,09 секундта үтте.

Башҡортостан бобслейсыһы Рәсәй чемпионатында икенсе «алтын» яуланы
Башҡортостан бобслейсыһы Рәсәй чемпионатында икенсе «алтын» яуланы

Икенсе урында – Александр Бредихин, Алексей Пушкарев, Василий Кондратенко һәм Дмитрий Лопин (+1,9), өсөнсөлә – Кирилл Голубев, Валерий Лукьянцев, Максим Белугин һәм Алексей Усов (+1,22).

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында  Башҡортостан вәкиле Юлия Беломестных һәм Надежда Сергеева көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Фото:РИА Новости/Нина Зотина

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/sport/2022-04-01/bash-ortostan-bobsleysy-y-r-s-y-chempionatynda-ikense-altyn-yaulany-2752469

 

Автор:Лариса Михалькова