Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Март 2022, 11:30

Герой иҫтәлегенә

Түбәнге Бобин мәктәбенең спорт залында “Урындағы башланғыстарға ярҙам-2022” проекты нигеҙендә ир-егеттәр командалары араһында волейбол буйынса асыҡ турнир уҙҙы.

Герой иҫтәлегенә
Герой иҫтәлегенә

Был сара Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан Ежов Владимир Вячеславовичтың иҫтәлегенә арналды. 2000 йылдың 6 мартында Рәсәй Армияһының кесе сержанты, Ватанды һаҡлап, һәләк була. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Владимир Ежов үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана.
Турнирҙа Әләгәҙ, Түбәнге Бобин, Оло Ыҡтамаҡ, Теләш ауылдары, шулай уҡ Дыуан һәм Салауат райондарынан алты команда ҡатнашты.
Сараны Мәсетле районы муниципаль район Советы секретары Альберт Сәғҙәтов һәм Кесе Ыҡтамаҡ ауыл хакимиәте башлығы Степан Гуштюк асты.
Ныҡышмалы һәм оҙайлы көрәштән һуң Салауат районының “Мәсетле” командаһы еңеүсе тип танылды, икенсе урынды Дыуан районынан А. В. Киселев командаһы яуланы. Өсөнсө – Теләш ауылы командаһы.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова