Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Февраль 2022, 20:00

Башҡортостан Ҡытайҙағы Олимпиадала яуланған миҙалдар һаны буйынса Рәсәйҙең дүрт төбәге иҫәбенә инде

XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған биатлонсы Эдуард Латипов Рәсәйҙең Пекиндағы Олимпиадала иң күп миҙал алған спортсылары исемлегенә инде. Эдуард ҡатнаш эстафетала, эҙәрлекләү ярышында һәм ир-егеттәр эстафетаһында өс бронза награда яуланы.

Башҡортостан Ҡытайҙағы Олимпиадала яуланған миҙалдар һаны буйынса Рәсәйҙең дүрт төбәге иҫәбенә инде
Башҡортостан Ҡытайҙағы Олимпиадала яуланған миҙалдар һаны буйынса Рәсәйҙең дүрт төбәге иҫәбенә инде

Өфө шорт-трексыһы Семён Елистратов та Башҡортостанға һәм Рәсәйҙең олимпия комитетына «бронза» килтерҙе. Ошо көндәрҙә спортсы тыуған ҡалаһына ҡайтты һәм миҙалды, ғәҙәттәгесә, Рәсәйҙең Спорт министрлығы музейына ебәрәсәге хаҡында һөйләне.

Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, Башҡортостан ил субъекттары араһында миҙалдар һаны буйынса Мәскәү өлкәһе, Татарстан Республикаһы һәм Санкт-Петербург менән бергә дүртенсе урынды биләй.

«Ҡышҡы Олимпиадала күп миҙалдар, һис шикһеҙ, Башҡортостандың ҡышҡы спорт төрҙәре төбәге булыуын раҫлай, әммә беҙҙә «Тау саңғыһы спорты» һәм «Сноуборд» кеүек спорт төрҙәрендә үҫеш нөктәләре бар. Был төрҙәрҙә дисциплиналар күп, донъя аренаһында беҙ тағы ла юғарыраҡ күтәрелә алабыҙ. Бөгөн бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Спорт министрлығына Башҡортостан спортсыларын ҡотлау тәҡдимдәрен әҙерләргә ҡушты.

«Балалар күрһен өсөн беҙ уларға хөрмәт күрһәтергә тейешбеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Фото:Валерий Шахов

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/sport/2022-02-21/bash-ortostan-ytay-a-y-olimpiadala-yaulan-an-mi-aldar-any-buyynsa-r-s-y-e-d-rt-t-b-ge-i-ben-inde-2701292

 

Автор:Лариса Михалькова