Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Февраль 2022, 16:05

Башҡортостан Стәрлетамаҡ колледжы студентын олимпия миҙалы менән ҡотлай

Татарстан Республикаһында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында белем алған Данил Саҙрыев Пекиндағы Олимпиадала көмөш миҙал яуланы. Ул Евгений Климов, Ирина Аввакумова һәм Ирма Махиня менән бергә трамплиндан һикереү буйынса команда ярышында ошо наградаға лайыҡ булды.

Башҡортостан Стәрлетамаҡ колледжы студентын олимпия миҙалы менән ҡотлай
Башҡортостан Стәрлетамаҡ колледжы студентын олимпия миҙалы менән ҡотлай

«Данилды ысын күңелдән ҡотлайым! Яңы еңеүҙәр, һүнмәҫ дәрт, ныҡлы һаулыҡ теләйем!» — тип яҙҙы Стәрлетамаҡ мэры Рөстәм Ғәзизов.

Республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Олимпия уйындарының көмөш призеры 2021 йылда Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжына уҡырға ингән, һөнәри йүнәлештәге өҫтәмә һынауҙарҙы уңышлы үткән. Хәҙер Данил «Физик культура» белгеслеге буйынса уҡый.

Фото:Рәсәйҙең Олимпия комитеты

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/sport/2022-02-09/bash-ortostan-st-rletama-kolledzhy-studentyn-olimpiya-mi-aly-men-n-otlay-2686148

 

Автор:Лариса Михалькова