Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль 2022, 09:15

Пекиндағы Олимпиаданы асыу тантанаһында Рәсәй командаһы байрағын Фәтҡуллина һәм Шипачёв алып сыға

Ир-егеттәр хоккей командаһы капитаны Вадим Шипачёв һәм Сочиҙа үткән Олимпиаданың көмөш призёры, конькиҙа йүгереү спорты буйынса донъя чемпионы Ольга Фәтҡуллина Пекиндағы XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу тантанаһында Рәсәйҙең йыйылма командаһы байрағын тотоп сыға. Сарала илебеҙҙән бөтәһе 80-гә яҡын атлет ҡатнаша.

Пекиндағы Олимпиаданы асыу тантанаһында Рәсәй командаһы байрағын Фәтҡуллина һәм Шипачёв алып сыға
Пекиндағы Олимпиаданы асыу тантанаһында Рәсәй командаһы байрағын Фәтҡуллина һәм Шипачёв алып сыға

«Ольга Фәтҡуллина һәм Вадим Шипачёв маҡсатҡа ынтылышлыҡ һәм көслө характер өлгөһө булып тора. Улар командабыҙ байрағын күтәрергә лайыҡ тип иҫәпләйем», – тине Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко.

Министрҙар кабинеты рәйесе урынбаҫары ил президенты Владимир Путиндың делегацияһы составына инде. Бынан алдараҡ «Башинформ» дәүләт башлығының Ҡытайҙың баш ҡалаһының милли стадионында 2022 йылғы Олимпиаданы асыу тантанаһында ҡатнашасағы тураһында хәбәр иткәйне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан Олимпиадала 14 спортсы ҡатнаша.

Фото:Рәсәй Хөкүмәте

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/sport/2022-02-04/pekinda-y-olimpiadany-asyu-tantana-ynda-r-s-y-komanda-y-bayra-yn-f-t-ullina-m-shipachyov-alyp-sy-a-2680579

 

Автор:Лариса Михалькова