Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ғинуар 2022, 09:30

Саңғы миҙгеле асылды

Уҙған аҙнала Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Комета-спорт” базаһында саңғы уҙышы миҙгеле асылды.

Саңғы миҙгеле асылды
Саңғы миҙгеле асылды

Саңғы ярыштары райондың спорт тормошонда йылдан-йыл әһәмиәтлерәк ваҡиғаға әүерелә бара.
Был юлы ярышта Мәсетле районынан, күрше райондағы Мәсәғүт һәм Дыуан ауылдарынан төрлө йәштәге 60-лап кеше ҡатнашты. Беренселектә ҡатнашыусылар, йәш категорияһына ҡарап, 1-3 километр арауыҡҡа йүгерҙе.
Уҙыш бик ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барҙы. Финишҡа килеп етеү һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнде.
Шулай итеп, 1 километрға йүгергән 2009 йылғы һәм унан кесерәк үҫмер-ҙәр араһында:
I урын – Федор Горбунов (Дыуан ауылы); II-III урын – Иван Горбунов (Дыуан) һәм Нәзир Ғилметдинов (Әб-дрәхим мәктәбе).
1 километрға йүгергән 2009 йылғы һәм унан кесерәк ҡыҙҙар:
I урын – Эльвина Сафина (Мәсәғүт ауылы); II урын – Рузана Ғафарова (Оло Ыҡтамаҡ лицейы); III урын – Руфина Зиялтдинова (Ҡорғат мәктәбе).
2 километрға йүгергән 2007-2008 йылғы үҫмерҙәр:
I урын – Илназ Ҡәләмов (Оло Ыҡтамаҡ лицейы); II урын – Роман Русин (Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһы); III урын – Никита Макаров (Оло Ыҡтамаҡ лицейы).
1 километрға йүгергән 2007-2008 йылғы ҡыҙҙар:
I урын – Ралина Мөхәмәтова (Әбдрәхим мәктәбе); II урын – Диана Шәйхетдинова (Әбдрәхим мәктәбе); III урын – Лия Абдусаттарова (Оло Ыҡтамаҡ лицейы).
3 километрға йүгергән 2004-2006 йылғы үҫмерҙәр:
I урын – Павел Горбунов (Дыуан ауылы); II урын – Андрей Вшевцев (Мәсәғүт ауылы); III урын – Георгий Макаров (Оло Ыҡтамаҡ лицейы).
2 километрға йүгергән 2004-2006 йылғы ҡыҙҙар:
I урын – Валерия Могильникова (Мәсәғүт ауылы); II урын – Алина Широкова (Оло Ыҡтамаҡ лицейы); III урын – Карина Бәҙретдинова (Оло Ыҡтамаҡ лицейы).
3 километрға йүгергән 18 йәшлек һәм унан өлкән ир-егеттәр:
I урын – Руслан Зарипов (Һабанаҡ ауылы); II урын – Марат Сафин (Мәсәғүт ауылы); III урын – Тимур Бәҙретдинов (Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе).
1 километрға йүгергән 18 йәшлек һәм унан өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар:
I урын – Полина Горбунова (Дыуан ауылы).
Ярыш еңеүселәренә һәм призерҙарына район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге дипломдары һәм миҙалдары тапшырылды. Саңғы уҙышында ҡатнашыусылар үткәрелгән саранан ҡәнәғәт ҡалды һәм ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, артабан да саңғы ярыштарында ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова