Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Ғинуар 2022, 11:20

Яҡшы ял итеп, көс тупланылар

Мәсетле районында төрлө спорт саралары үткәреүгә ҙур иғтибар бүленә. Яңы йыл каникулдары бының өсөн бик ҡулай булды.

Яҡшы ял итеп, көс тупланылар
Яҡшы ял итеп, көс тупланылар

4 ғинуарҙа республика фестивале нигеҙендә Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Атлант” стадионында “Яңы йыл ғаилә уйындары-2022” конкурсының муниципаль этабы уҙҙы. Ярышта Мәсетле районының иң яҡшы ғаилә командалары осрашты.
Улар “Тупты сәкән менән алып барыу”, “Тюбингта шыуыу” һәм “Дошмандың ҡап-ҡаһына буллиттар һуғыу” кеүек бер нисә этаптан тор-ған эстафетала ярышты. Ныҡышмалы көрәштә Яңы Яуыш ауылынан Нәбиуллиндар ғаиләһе еңеп сыҡты, икенсе урында – Әләгәҙ ауылынан Ғәлләмшиндар, өсөнсө урында – Һабанаҡтан Ғилметдиновтар. Командалар диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды. Еңеүселәр Өфө ҡалаһында уҙасаҡ финал уйында ҡатнашасаҡ.
“Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсының Спорт һәм һаулыҡ ун көнлөгөнә ярашлы, 5 ғинуарҙа Оло Ыҡтамаҡ Мәҙәниәт һарайы спорт залында район хакимиәте һәм Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты башланғысы менән ир-егеттәр командалары араһында волейбол буйынса традицион район турниры уҙҙы. Ярышта алты команда, шул иҫәптән күрше райондарҙан килгән командалар ҡатнашты.
Сараны район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм район Советы секретары Альберт Сәғҙәтов асты. Көсөргәнешле уйында Оло Ыҡтамаҡ ауылы волейболсылары еңеүсе тип танылды, Иҫке Мөхәмәт ауылы (Ҡыйғы районы) командаһы – икенсе, Һабанаҡ ауылы командаһы өсөнсө урын алды.
Шул уҡ көндө Оло Ыҡтамаҡ лицейында ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса традицион район турниры уҙҙы. Һөҙөмтәлә биш команда араһында беренсе урынды “Феникс” командаһы (Красноуфимск ҡалаһы), икенсе урынды – “Эйс” (Мәсәғүт ауылы), өсөнсө урынды “Импульс” (Оло Ыҡтамаҡ ауылы) алды.
6 ғинуарҙа Башҡорт гимназияһы спорт залында Мәсетле районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге, Йәштәр үҙәге финанс ярҙамы менән яҡташтар берлеге кубогына баскетбол буйынса район турниры уҙҙы. Унда Йонос ауылы егеттәре беренсе урынға сыҡты, икенсе урында – һөләймәндәр, өсөнсө урынды Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, дүртенсе урынды Мәсетле районы яҡташтар берлеге яуланы.
7 ғинуарҙа “Атлант” стадионында Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов иҫтәлегенә арналған шайбалы хоккей буйынса район турниры уҙҙы. Боҙҙа өс команда осрашты. Барлыҡ ҡатнашыу-сыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова сәләмләне.
Асыҡ, ғәҙел һәм ныҡышмалы көрәш һөҙөмтәһендә Йонос ауылының “Сапсан” командаһы беренсе урын яуланы. Икенсе урынды Оло Ыҡтамаҡ һәм Дыуан-Мәсетле ауылдары йыйылма командалары бүлеште.
8 ғинуарҙа Ҡыйғы районында күсмә Раштыуа кубогына мини-футбол буйынса турнир үтте. Унда һигеҙ команда, шул иҫәптән Мәсетле районы командаһы ла ҡатнашты. Турнирҙа “Кречет” командаһы (Үрге Ҡыйғы ауылы) еңеү яуланы. Икенсе урында – Мәсетле районынан “Яуыш” командаһы (Яңы Яуыш ауылы). Өсөнсө урын – “Ҡарағайтау” командаһы (Түбәнге Ҡыйғы ауылы).
Надежда ГАЛАНОВА.

Яҡшы ял итеп, көс тупланылар
Яҡшы ял итеп, көс тупланылар
Автор:Лариса Михалькова