Мәсетле тормошо
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Декабрь 2021, 15:10

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!

Иртәгә барыһы ла башҡаса буласаҡ тип, ҙур эште бәләкәй-ҙән башлау – үҙе маҡтауға лайыҡ ғәмәл. Бигерәк тә һинең маҡсатың көс, сәләмәтлек талап иткән, уңыш көҫәгән һәм үҫеп килгән йәш быуындың ваҡытын файҙа менән үткәреүгә ҡуйылһа. Балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу, рух, сыҙамлылыҡ тәрбиәләү һәм көстәрен үҫтереү ниәтендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында ике йыл элек “Патриот” клубы асылды.

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!

Мәсетле районындағы ММА (ҡатнаш хәрби көрәш) федерацияһының “Патриот” клубында бындай көрәш төрөн алып барырға лицензияһы булған судья-тренер Марат Ҡорбанов етәкселегендә алты һәм унан өлкән йәштәге 30 тәрбиәләнеүсе шөғөлләнә.
– Спорт алыштары – ул физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү мөмкинселеге, – ти йәш тренер. – Бөгөнгө гаджеттар заманында балаларға йыйылған көсөргәнештән ҡотолорға ярҙам иткән һәм ыңғай хис-тойғолар тыуҙырған ниндәйҙер бер икенсе шөғөл кәрәк.
Клуб эшләй башлаған осорҙан алып уның тәрбиәләнеүселәре күп ярыштарҙа призлы урындар яулай, Рәсәй кимәлендә уҙған сараларҙа ҡатнаша. Быйыл декабрь айында, мәҫәлән, Өфө ҡалаһында уҙған Башҡортостан Республикаһының ММА академияһы беренселегендә клуб командаһы юғары күрһәткестәргә өлгәшә.
Был ярышта Айҙар Мырҙағолов һәм Тимур Ямалетдинов (һүрәттә – уңдан һулға) үҙ ауырлыҡ категорияларында беренсе урын алып, Башҡортостан Республикаһы чемпионы исемен яуланы.
Айҙар етенсе класта уҡый, клубҡа йөрөй башлауына – бер йыл. Беренсе тапҡыр ул дуҫы менән ҡыҙыҡ күреп килә, әммә күнекмәләр уға оҡшап ҡала. Ҡатнаш көрәш ярыштарында призлы урындар яулай. Артабан да шул йүнәлештә шөғөлләнеп, чемпион исемен яуларға хыяллана.
– Ҡатнаш хәрби көрәштә уңыштар еңеүҙәр менән баһалана, – ти Айҙар. – Ике көрәшсе араһында көмөш һәм бронза призерҙары юҡ, бар еңеүсе һәм еңелеүсе. Еңеү теләге бар көстө һалып эшләргә, күберәк шөғөлләнергә мәжбүр итә һәм бер ваҡытта ла еңелмәү теләге көслө була.
Тимур алтынсы класта уҡый. Клубҡа йөрөй башлағанға тиклем үҙен төрлө спорт өлкәһендә һынап ҡарай. Үҙен төрлө хәлдәрҙә яҡлау маҡсатында бер йыл элек клубҡа килә. Мәктәптә яратҡан фәндәре – физкультура һәм технология, шулай уҡ баскетбол буйынса секцияла шөғөлләнә.
– Көрәш, атап әйткәндә, ММА комплекслы физик үҫешкә булышлыҡ итә, – тип һөйләй йәш көрәшсе. – Көрәштең төрлө стилендә – баҫып һуғышыу йәиһә партерҙа көрәш ваҡытында бер үк ваҡытта бөтә төп мускулдар эшләй. Был ир-егеттәргә хас ҡыйыулыҡ һәм сыҙамлылыҡ кеүек һыҙат тәрбиәләгән бик яҡшы хобби.
Тимур был шөғөлөн дауам итергә йыйына, хыялы – “Абсолют көрәш чемпионаты”на (UFC) эләгеп, чемпион исемен яулау.
– Улар өмөтлө уҡыусылар, ысын көрәшселәр, – тип һөйләй Марат Ҡорбанов чемпиондар хаҡында. – Әгәр ҙә артабан да шөғөлләнеүҙәрен дауам итһәләр, уларҙы уңыш көтә.
Йәш быуын матур йәшәргә теләй. Әммә быға өлгәшеү өсөн бөгөнгө геройҙарыбыҙ кеүек яңы үрҙәр яуларға, камиллашырға һәм бәхетле киләсәккә үҙ юлыңды һалырға кәрәк.
Лариса РИЗВАНОВА.

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!
Автор:Лариса Михалькова