Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Декабрь 2021, 14:00

Донъя беренселегенең бронза миҙалы – Айҙарҙа

Үзбәкстан Республикаһы Джизак ҡалаһында юниорҙар араһында билбау көрәше буйынса Донъя беренселеге тамамланды.

Донъя беренселегенең бронза миҙалы – Айҙарҙа
Донъя беренселегенең бронза миҙалы – Айҙарҙа

Сара донъяның 30 иленән 200 спортсыны берләштерҙе. Башҡортостан Республикаһынан Рәсәй йыйылма командаһы составына ингән ете спортсы сығыш яһаны. Улар ике көмөш һәм бер бронза миҙал яуланы.
Яҡташыбыҙ – Мәсетле егете Айҙар Кәримов 100 кг ауырлыҡ категорияһында бронза миҙалға лайыҡ булды (һүрәттә уңда).
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Айҙар сығышы менән Оло Ыҡтамаҡ ауылынан. Спорт менән бәләкәйҙән мауыға. Бөгөн ул – Башҡорт дәүләт университетының физика-техник факультеты студенты, тренер Рөстәм Зияҡаев етәкселегендә Баш-ҡорт дәүләт аграр университетының “Батыр” клубында шөғөлләнә.
Айҙар – спорт мастерлығына кандидат, өс тапҡыр көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге чемпионы, уҙған йылда билбау көрәше буйынса чемпион исемен яуланы. Быйыл Ҡазан ҡалаһында уҙған Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең I Уйындарында билбау көрәше буйынса үҙ ауырлыҡ категорияһында бронза миҙалға лайыҡ булды.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова