Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Сентябрь 2021, 10:10

Кросс иң шәптәрҙе билдәләне

Районда “Милләт кросы” Бөтә Рәсәй йүгереү көнө уңайынан спорт саралары уҙҙы. Унда Балалар спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Һөҙөмтәләр “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының һынау нормативын үтәү иҫәбенә индерелде.

Кросс иң шәптәрҙе билдәләне
Кросс иң шәптәрҙе билдәләне

2008 йылда тыуған ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында йүгереүҙә беренсе урынды Әләгәҙ мәктәбенән Алина Дресвянкина һәм лицейҙан Илназ Ҡәләмов яуланы. Икенсе урында – Әләгәҙ мәктәбенән Эльвина Хужина һәм Ләмәҙтамаҡ мәктәбенән Эмиль Ғилметдинов, өсөнсө – лицейҙан Дарина Хажиева һәм Йонос мәктәбенән Радмир Хафизов.
2006-2007 йылда тыуған үҫмерҙәр араһында лицейҙан Юлиә Әсмәндиәрова һәм Дыуан-Мәсетле мәктәбенән Тимур Хөснөтдинов еңеүсе тип танылды. II-III урындарҙы Әләгәҙ мәктәбенән Светлана Минһажева менән Башҡорт гимназияһынан Дарина Хәлилова бүлеште (һөҙөмтәләр бер үк). Лицейҙан Матвей Ершов – икенсе урында, Яңы Яуыш мәктәбенән Илнур Абдрахманов – өсөнсө. Иң өлкән уҡыусылар араһында иң шәп йүгереүселәр – Ләмәҙтамаҡ мәктәбенән Аида Әһлетдинова һәм Йонос мәктәбенән Аслан Хилажев. Түбәнге Бобин мәктәбенән Софья Кобякова һәм Әләгәҙ мәктәбенән Зариф Сәфәров икенсе урынға сыҡты. Өсөнсө урынды Йонос мәктәбенән Илүзә Ғиниәтуллина һәм Әләгәҙ мәктәбенән Кирилл Комаров яуланы.

Автор:Айгуль  Шарапова