Мәсетле тормошо
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Август 2021, 11:00

Физкульт-Ура!

14 августа Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Атлант” стадионында Физкультурниктар көнөнә арналған физкультура-спорт саралары уҙа.

Физкульт-Ура!
Физкульт-Ура!

Ярыштар COVID-19 таралыу хәүефе һаҡланыу шарттарында Рәсәй Федерацияһы территорияһында рәсми физкультура һәм спорт саралары ойоштороу һәм уҙғарыу регламентына ярашлы уҙа. Сарала ҡатнашыусыларҙың табиптан рөхсәте йәки сәләмәтлек торошо өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы тураһында ҡултамғаһын ҡуйған белешмәһе булырға тейеш.
Ярыш программаһында: футбол, мини-футбол, волейбол, ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативын тапшырыу.
Ҡатнашыусыларҙың паспорты, медицина белешмәһе, ID номеры (УИН) булырға тейеш. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34770) 2-17-85.

Автор:Наталья  Русинова