Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Апрель 2021, 18:00

“Сапсан”дар Өфөлә хоккей матчын ҡараны

Мәсетле районы хакимиәте һәм мәғариф бүлеге ярҙамында Йонос мәктәбенең ун уйынсынан торған “Сапсан” командаһы “Өфө-Арена” боҙонда уҙған “Толпар” (Өфө) һәм “Динамо” (Мәскәү) командаларының хоккей матчын ҡараны.

Данлыҡлы хоккейсылар юғары әҙерлек һәм еңеүгә ынтылыу көсөн күрһәтте. Мауыҡтырғыс уйын сапсандарға көслө тәьҫир итте. Шулай уҡ уҡыусылар был көндө баш ҡаланың тарихи урындарында, Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында булды.
Быйыл “Сапсан” командаһы 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо йылдар эсендә уның составында 40-ҡа яҡын йәш үҫмер физик әҙерлек үтте. Беренсе кластан алып боҙҙа шөғөлләнеү һөҙөмтәһендә улар ҡыйыу һәм сәләмәт булып үҫә. Күнекмәләрҙән тыш улар иңенә боҙ әҙерләү, уны ҡарҙан таҙартыу эше лә төштө.
10 йыл эсендә сапсандар Башҡортостан Республикаһы ауыл командалары араһында иң көслөләр рәтенә сыҡты. Улар Өфө, Туймазы, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Кушнаренко, Раевка, Бишбүләк райондары, Силәбе өлкәһенең Һатҡы, Трехгорный һәм Свердловск өлкәһе боҙ ареналарында уйнаны. 2017 йылда “Сапсан” командаһы хоккей буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегендә ауыл командалары араһында икенсе урын яуланы. Команда уйынсыһы Ғәлиәскәр Мөниров ике тапҡыр финал уйындарының иң яҡшы хоккейсыһы тип табылды, ә 2018 йылда Башҡортостан чемпионы исемен яуланы.
Командала уйнап йөрөгән ете сығарылыш класы уҡыусыһы – бөгөн юғары хәрби институт курсанттары. Араларынан ҡапҡасы Илсур Насыров Екатеринбург ҡалаһы һәүәҫкәр командаһында уйнауын дауам итә.
Хоккейҙан тыш, йәш үҫмерҙәр баскетбол уйыны менән мауыға, ГТО нормаларын тапшырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Улар быйыл баскетбол буйынса район чемпионы булды.
Фирғәт МӨНИРОВ,
“Сапсан” командаһы тренеры.