Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Апрель 2021, 15:50

Районда бокс тергеҙелә

10 апрелдә Оло Ыҡтамаҡ ауылында Башҡорт гимназияһы базаһында, оҙаҡ йылдар туҡтап торғандан һуң, йәнә бокс буйынса район ярышы уҙҙы. Ул Чернобыль атом электр станцияһында авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә арналды.

Ярышты асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы сик буйы ғәскәрҙәре хәрби хеҙмәте ветераны Алмаз Әхмәҙиев, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Хәмит Зәбихуллин, һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны Михаил Худяков сәләмләне. Улар боксерҙарға юғары һөҙөмтәләргә ирешеүҙәрен теләне һәм бокс менән шөғөлләнеү егеттәрҙә Ватан һаҡсылары өсөн мөһим булған ысын ирҙәр характеры сыныҡтырыр тигән өмөт белдерҙе.
Ярышта 30 егет ҡатнашты. Уларҙың күптәре бокс менән яңыраҡ шөғөлләнә башлаған һәм был турнирҙа тәү тапҡыр алышта ҡатнашалар. Улар арыу һәм ауырлыҡтарға ҡарамай, рух ныҡлығы һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтте.
Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе грамоталары тапшырылды, ә еңеүселәргә – миҙалдар. Ярыштың төп судьяһы – Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең бокс буйынса тренеры Ринат Ҡазыханов ҡунаҡтарға йәш боксерҙарҙы дәртләндерергә килгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ бағыусылыҡ ярҙамы өсөн ДОСААФ автомәктәбе етәкселегенә, “Стиляга” ирҙәр өҫ кейеме магазины хужаһына рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.
Районыбыҙҙа бокстың тергеҙелеүе – яҡшы күренеш. Егеттәргә артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ.