Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Апрель 2021, 10:30

Саңғы туризмы

22 мартта Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Комета-спорт” саңғы базаһында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына бағышланған спорт туризмы буйынса X район ярыштары уҙҙы.

Уны Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, мәғариф бүлеге, Мәсетле районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге ойошторҙо.
Ярышта һигеҙ белем биреү учреждениеһынан 100-ҙән ашыу бала ҡатнашлығында 30 команда сығыш яһаны. Сара программаһына туристик төйөн бәйләү, тау битенә үҙ-үҙеңде страховкалау ысулы менән күтәрелеү һәм төшөү, азимут һәм топографик билдәләрҙе билдәләү, тиҙ төшөү һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса тест инде.
Ярыш өс йәш төркөмөндә уҙҙы. Урта мәктәптәр араһында кесе йәш төркөмөндә беренсе урынды Дыуан-Мәсетле мәктәбе командаһы яуланы, икенсе һәм өсөнсө урында – Ләмәҙтамаҡ мәктәбе командаһы. Урта йәш төркөмөндә Башҡорт гимназияһы беренсе урынға сыҡты, икенсе – Ләмәҙтамаҡ мәктәбе, өсөнсө – Яңы Мишәр мәктәбе командаһы. Өлкәндәр төркөмөндә беренсе һәм өсөнсө урындарҙы Ләмәҙтамаҡ мәктәбе алды, икенсе урынға – Башҡорт гимназияһы сыҡты.
Дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында кесе төркөмдә Ҡорғат мәктәбе беренсе урын яуланы, икенсе һәм өсөнсө урынды Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто командаһы биләне. Урта йәш төркөмөндә Абдулла ауылы командаһы беренсе урынға сыҡты, икенсе урынды Ҡорғат ауылы яуланы.
Тирә-яҡты өйрәнеү конкурсында Ләмәҙтамаҡ мәктәбе командаһы беренсе урынға сыҡты, икенсе – Оло Ыҡтамаҡ лицейы, өсөнсө – Ҡорғат мәктәбе.
Фаил ХӘЙРЕТДИНОВ,
Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң
туризм буйынса инструкторы.