Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Апрель 2021, 14:45

Боксҡа килегеҙ

Былтыр Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһы, Оло Ыҡтамаҡ лицейы һәм район Мәҙәниәт һарайы спорт залдарында бокс буйынса секция үҙенең эшен башланы. Күнекмәләрҙе спорт мастерлығына кандидат Ринат Ҡазыханов алып бара.

Ринат Алик улы – йәш һәм дәртле егет, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙарҙа еңеүсе. Ул Ямал-Ненец автономиялы округында тыуһа ла, Мәсетле районын тыуған яғы тип иҫәпләй, сөнки бында уның ата-әсәһе донъяға килгән.
Бәләкәйҙән әүҙем булып, спортҡа тартылып үҫә, секция, түңәрәктәргә йөрөй. Үҙенең киләсәген ысын ирҙәр спорты – бокс менән бәйләй.
Егәрлелеге һәм ныҡышмалылығы менән Ринат Ҡазыханов юғары күрһәткестәргә өлгәшә һәм спортсы-инструктор итеп тәғәйенләнә. Ул тренерға ярҙам итә башлай, күнекмәләр үткәрә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, Себер дәүләт физик культура һәм спорт университетының бокс кафедраһына уҡырға инә. Унда иң әүҙем спортсылар рәтендә була, спорт сараларында һәм универсиадала ҡатнаша. Уҡып бөтөп диплом алғандан һуң, Губкинск ҡалаһына бокс буйынса уҡытыусы-тренер итеп эшкә саҡырыла һәм унда өс йыл эшләй. Тәүге эш йылында уҡ уның тәрбиәләнеүселәре округтың призеры һәм чемпионы исеменә өлгәшә, һуңынан спорт мастерлығына кандидат исемен яулай.
Ике йыл ҡатыны һәм балалары менән Сочи ҡалаһында йәшәй. Ул унда “Olympian” һәм “Левша” бокс клубтарында тренер булып эшләй. Ҡазыхановтар ғаиләһе Мәсетле районына 2020 йылдың яҙында күсеп ҡайта. Ғаилә башлығы ҡатыны Наталья менән Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә эшкә урынлаша. Ринат бокс буйынса секция алып бара, ә ҡатыны балаларҙы акробатикаға өйрәтә.
Бокс түңәрәгенә балалар ете йәштән йөрөй ала. Күнекмәләр төркөмдәр менән башҡарыла. Беренсе төркөм район Мәҙәниәт һарайы спорт залында шишәмбе һәм кесаҙна көндө иртәнге сәғәт 9-ҙан 11-се яртыға һәм шәмбе Оло Ыҡтамаҡ лицейында иртәнге сәғәт 10-дан 12-се яртыға тиклем шөғөлләнә. Икенсе: күнекмәләр дүшәмбе һәм шаршамбы көндәрендә район Мәҙәниәт һарайы спорт залында көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-се яртыға һәм лицей залында иртәнге сәғәт 10-дан 12-се яртыға тиклем уҙа. Өсөнсө төркөм – дүшәмбе, шаршамбы һәм йома киске 8-се яртынан 9-ға тиклем (гимназия). Өҫтәмә мәғлүмәт 8-962-535-90-60 телефон һандары аша.