Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Март 2021, 11:35

Райондың иң көслө шахматсылары асыҡланды

Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы уңайынан район ойошмалары һәм ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре араһында спартакиада нигеҙендә шахмат ярышы уҙҙы.

Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, ойошма хеҙмәткәрҙәре араһында урындар шәхси иҫәптә түбәндәгесә билдәләнде: I урын – Фаил Хәйретдинов (Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто) һәм Лиана Кәримова (мәғариф бүлеге), II – Илдар Сәлимов (мәғариф бүлеге) һәм Илһөйәр Ямалетдинова (район хакимиәте), III – Илнур Вәлиев (район хакимиәте) һәм Ксения Привалова (Оло Ыҡтамаҡ лицейы).
Команда беренселеге һөҙөмтәләре: I урын – мәғариф бүлеге, II – район хакимиәте, III – Оло Ыҡтамаҡ лицейы.
Ауыл биләмәләре араһында: I урын – Закир Кәримов һәм Зифа Хәсәнова (Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе), II – Айрат Фазылов (Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе) һәм Аделина Бәхтигәрәева (Оло Аҡа ауыл биләмәһе), III – Заһит Мәғрүпов (Абдулла ауыл биләмәһе) һәм Гөлназ Әхмәтханова (Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе). Команда беренселеге һөҙөмтәләре: I урын – Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе, II – Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе, III – Оло Аҡа ауыл биләмәһе.
Еңеүселәр район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге миҙалдары һәм грамоталары менән бүләкләнде.