Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Март 2021, 15:30

Ысын тренер һәм уҡытыусы

Бына яҙ ҙа етте. Тимәк, шайба менән хоккей сезонын ябыр мәл.

Хоккей – минең яратҡан спорт төрөм. Бөгөн һеҙгә үҙем уйнап йөрөгән, 10 йыл элек булдырылған “Сапсан” хоккей командаһы тураһында һөйләп үтергә теләйем.
Тренерыбыҙ Фирғәт Мөниров беҙҙән ысын хоккейсылар яһау өсөн бар көсөн һала. Көндәр һал-ҡынайтыу менән ул һырғалаҡты хәстәрләй башлай: йүнәтә, һыу һибеп туңдыра, беҙ уға ярҙам итәбеҙ. Ҡар яуып үткәндән һуң да һырғалаҡты күмәкләп таҙартабыҙ. Беҙгә ярҙамға район хакимиәте ҡар таҙартыу техникаһы алып бирҙе.
“Сапсан” хоккей командаһы турнирҙарҙа әүҙем ҡатнаша, район-ара ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай. Башҡортостандың күп ҡала һәм ауылдарында, шул иҫәптән Кушнаренкола, Өфөлә, Әлшәйҙә булдыҡ. Туймазы ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы беренселегендә икенсе урын яулауыбыҙ беҙҙең өсөн онотолмаҫ һәм мөһим ваҡиға булды. Был беҙҙең иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ. Һат-ҡы ҡалаһында икенсе урын яуланыҡ, Трехгорный ҡалаһын күреп ҡайттыҡ. Йыш ҡына алмашһыҙ уйнарға тура килде. Йығылдыҡ, әммә бирешмәнек; ауыртындыҡ, әммә хоккейҙы ташламаныҡ. Сөнки Фирғәт Риф улы беҙҙе ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтте. Сыҙамлы һәм ныҡ булыу өсөн даими шөғөлләндек, үҙ өҫтөбөҙҙә ныҡлы эшләнек. “Йығылдың икән, торорға өйрән” девизы менән сыныҡтыҡ беҙ. Ошо йылдар эсендә командабыҙ күп һанлы кубоктарға, миҙалдарға, грамоталарға эйә булды. Былар барыһы ла – тренерыбыҙҙың тырышлығы һө-ҙөмтәһе. Уға беҙҙең менән күпте кисерергә – беҙ көйһөҙләнгәндә түҙергә, уңышһыҙлыҡтарҙы кисерергә, сәфәргә сыҡҡанда йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә тура килде. Шатлыҡтарыбыҙҙы һәм уңыштарыбыҙҙы уртаҡлашыусы ла ул булды. Тренер барыбыҙ өсөн дә яуап бирә. Ул беҙҙе волейбол һәм баскетбол уйнарға өйрәтте. Был спорт төрҙәрендә лә беҙ ярайһы уҡ уңыштарға өлгәштек.
Быйыл мин, йәшем етеү сәбәпле, “Сапсан” командаһын ҡалдырасаҡмын.
Әммә беҙҙең көсөргәнешле уйындар, Фирғәт Риф улы менән күнекмәләр минең күңелдә йәшәйәсәк, киләсәккә ышаныс өҫтәйәсәк. Ул ысын тренер һәм уҡы- тыусы!
Фәнил ХИЛАЖЕВ,
Йонос мәктәбенең
10 класс уҡыусыһы.