Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Март 2021, 14:00

Мәсетлеләр спорт менән дуҫ

19 февралдә Оло Ыҡтамаҡ ауылында белем биреү учреждениелары уҡыусылары һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре араһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған мини-футбол буйынса район беренселеге уҙҙы.

Уйында 2008 йылғылар һәм унан кесерәк йәш төркөмөндә Яңы Яуыш мәктәбе беренсе урын яуланы (тренер-уҡытыусы Д. М. Абдрахманов), икенсе урында – Һабанаҡ спортсылары (тренер-уҡытыусы И. М. Ғилметдинов), өсөнсө – Оло Ыҡтамаҡ лицейы (һүрәттә, тренер-уҡытыусы М. С. Хужин).
Өлкән төркөмгә ингән 2005-2007 йылғылар араһында беренсе урында Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре килә (тренер-уҡытыусы М. С. Хужин), икенсе урында – Яңы Яуыш ауылынан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре (тренер-уҡытыусы Д. М. Абдрахманов), өсөнсө урынды Яңы Яуыш мәктәбе ҡыҙҙар командаһы яуланы (тренер-уҡытыусы Д. М. Абдрахманов).
Ярышта ҡатнашҡан барлыҡ командалар Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе грамотаһы, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге миҙалдары менән бүләкләнде.
* * *
21 февралдә, Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арнап, ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса асыҡ турнир үтте.
Уйында алты команда ҡатнашты. Көсөргәнешле көрәш һөҙөмтәһендә Оло Ыҡтамаҡ ауылынан “Колибри” йыйылма командаһы беренсе урын яуланы, икенсе урынға – “Восход”, өсөнсөгә Башҡорт гимназияһы волейболсылары сыҡты.