Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Февраль 2021, 18:00

Елдән етеҙ елеп

Бөтә Рәсәй халҡы ҡатнашлығындағы “Рәсәй саңғы юлы” уҙыштары проекты нигеҙендә һәм Башҡортостан Республикаһында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арнап, уҙған шәмбелә Мәсетле районының “Комета-спорт” базаһында күп кеше ҡатнашлығында саңғы ярышы уҙҙы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова сәләмләне.
Ярышта олоһонан алып кесеһенә тиклем саңғыға баҫты. Һөҙөмтәлә урындар түбәндәгесә билдәләнде: 1 километр- ға йүгергән 2009 йылғы һәм унан кесерәк ҡыҙҙар араһында Ҡорғат ауылынан Эвелина Суфияноваға етеүсе булманы, икенсе урынға Линария Сәғҙиева сыҡты (Ҡорғат), өсөнсө урынға – Арина Полеготченкова (Түбәнге Бобин). Малайҙар араһында беренсе урынға Теләш ауылынан Наил Бәҙретдинов сыҡты, икенсе – Илһам Мөхәмәтйәнов (Оло Ыҡтамаҡ лицейы), өсөнсө – Наил Бәҙретдинов (Теләш).
2006-2008 йылғы ҡыҙҙар араһында 2 километрға йүгереүҙә Теләш мәктәбе уҡыу-сыһы Зарина Баһауетдинова иң шәбе булып сыҡты, икенсе һәм өсөнсө урында – Ания Мөжипова һәм Зилиә Әфләтунова (Әжекәй). Малайҙар араһында 3 километр дистанцияла Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡыусыһы Илназ Ҡәләмов беренсе килде, икенсе урынды Айрат Ғәниев яуланы (лицей), өсөнсө – Роман Русинов (Башҡорт гимназияһы).
2003-2005 йылғы ҡыҙҙар араһында 3 километр дистанцияла Теләш мәктәбе уҡыу-сыһы Алтынай Ғәлимова лидерлыҡты бирмәне, ә егеттәр араһында 5 километрға йүгереүҙә Фәнил Бәҙретдинов беренсе булып килде, икенсе – Тимофей Колесников (Дыуан күп профилле колледжы филиалы).
2002 йылғыларҙан алып 35 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында 2 километрға йүгереүҙә Фәнзилә Денисламова (“Башкирэнерго”) беренсе урын яуланы, икенсе – Луиза Сираева (Оло Ыҡтамаҡ), өсөнсө – Гөлфинә Аҡмалова (Ҡор-ғат). Шул уҡ йәш категорияһына ингән ир-егеттәр араһында 5 километр арала беренсе булып Айнур Ҡәләмов килде (Оло Ыҡтамаҡ), икенсе – Тимур Бәҙретдинов (Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе), өсөнсө – Фаил Мөхәмәтйәнов (Оло Ыҡтамаҡ).
35 йәштән өлкән саңғысы ҡатын-ҡыҙҙар араһында 2 километрға йүгереүҙә Айгөл Зәбихуллина еңеү яуланы (Баш-ҡорт гимназияһы), икенсе – Дания Зарипова (Ҡорғат), өсөнсө – Гөлсинә Ғүмәрова (Яңы Мишәр). Шул уҡ йәш төркөмөндәге ирҙәр араһында 3 километрға йүгереүҙә беренсе булып финишҡа Азат Ҡәләмов килде (Оло Ыҡтамаҡ), икенсе – Рәүф Ғәлимов (Оло Ыҡтамаҡ), өсөнсө – Ринат Әхмәтйәнов (Дыуан күп профилле колледжы филиалы).
Ярыш еңеүселәре һәм призерҙары Мәсетле районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге грамоталары һәм миҙалдары менән бүләкләнде.