-3 °С
Ясна
«Мин Джефф менән бер нисә йыл элек таныштым. Ул ваҡытта күңелемде грек-рим көрәше яулап алғайны, грэпплинг менән бик мауыҡмай инем. Ләкин уның менән танышҡас, ҙур йөрәкле һәм балаларҙы яратҡан күренекле спортсы икәнен аңланым. Ошо мәктәпте асыу республикабыҙ спортына ҙур өлөш индереү тип иҫәпләйем, меңдәрсә малай һәм ҡыҙ уның нигеҙҙәрен үҙләштерер, ә ҡайһы берәүҙәр Монсон кеүек билдәле спортсы булыр», — тине Радий Хәбиров.
«Беҙ бында минең өсөн түгел, ә Өфө ҡалаһы һәм республика өсөн йыйылдыҡ, — тип билдәләне ошо көндәрҙә профессиональ спортсы карьераһын тамамлаған Монсон. — Һәр кем һәләтле, һәр кем джиу-джитсуға өйрәнергә мөмкин, шуға мин үҙемдең белемем менән уртаҡлашыу өсөн Башҡортостанға килдем. Республикала халыҡ-ара кимәлдә сығыш яһаған профессиональ команда ойошторорға теләйем. Икенсе маҡсатым – һәр ауылда, һәр ҡалала джиу-джитсу юғары кимәлдә булһын өсөн шарттар булдырыу».