Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Сентябрь 2020, 12:15

Мәсетлеләр ат сабышында ҡатнашты

“Терра Башҡортостан”дың маҡсаты – республика райондарында йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫтереү кимәлен күтәреү арҡылы башҡорт аттары генофондын булдырыу һәм арттырыу, шулай уҡ милли йолаларҙы һаҡлау һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау.

ратыусылар сығыш яһай. Ат сабышының һайлап алыу турына башҡорт тоҡомло аттар ғына индерелә.
Быйыл “Терра Башҡортостан” турнирының һуңғы һайлап алыу туры 5 сентябрҙә “Аҡбуҙат” ипподромында үтте. Унда Мәсетле районынан һигеҙ жокей: Айҙар һәм Айвар Фәхретдиновтар, Айгиз Байрамғолов, Айгизәр Фәхретдинов, Марат Сәләхов, Денис Фәйзрахманов, Илдар Нурғәлиев һәм Дмитрий Пушкарев ҡатнашты.
Ярыш йомғаҡтары буйынса еңеүсе тип Ҡырмыҫҡалы районы жокейы табылды. Ул 12 сентябрҙә үтәсәк финалда ҡатнашасаҡ. Мәсетле районынан Илдар Нурғәлиев алтынсы килде, Дмитрий Пушкарев – унынсы.
Мәсетле районы хакимиәте кубогына Айҙар Фәхретдинов эйә булды. Айгизәр Фәхретдинов икенсе урын алды, Айвар Фәхретдинов – өсөнсө.