Стадионда Физкультурниктар көнөнә арналған байрам уҙғарылды. Оҙаҡҡа һуҙылған ҡурсаланыу ваҡытында халыҡ бындай сараларҙы һағынып өлгөргән. Һауа торошоноң насар булыуы ла ярышта ҡатнашыусыларҙы туҡтатмай. Бәхеткә ҡаршы, ямғыр ҙа туҡтаны. Яҡшы кәйеф һәм спорт – ныҡлы иммунитеттың нигеҙе.
Сара ҡотлауҙан башланды. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин килгән барлыҡ халыҡты байрам менән ҡотлап, бөгөнгө көндә Мәсетле районы халҡы өсөн спорт йәшәү рәүешенең айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнеүен, һау-сәләмәт һәм көслө булыуҙың модаға инеүен билдәләне.
Шулай уҡ, физкультура һәм спортты яратыусыларҙы социаль мәсьәләләр буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова ла ҡотланы.
Байрамдың рәсми өлөшөнән һуң, футбол һәм волейбол буйынса турнир үтте. Шунда уҡ теләктәре булғандар ГТО нормаларын тапшырҙы, сәпкә уҡтан атып, мәргәнлектә көс һынашты.
Был сара коронавирус пандемияһын иҫәпкә алып ойошторолдо. Барыһы ла битлек кейеп, социаль дистанция һаҡланы. Ҡыҙыу уйын барышында битлектәрҙе сисеү рөхсәт ителде. Спорт инвентарҙары зарар-һыҙландырыу саралары менән эшкәртелеп торҙо.
Футбол уйынында Әләгәҙ ауыл биләмәһе командаһы, ә волейболда Дыуан-Мәсетле командаһы еңеү яуланы. Улар дипломдар һәм аҡсалата приз-дар менән бүләкләнде.