Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Июль 2020, 15:00

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!

Халыҡтың сәләмәтлеге юғары рухи һәм социаль ҡиммәттәр булып тора. Шуға ла һаулығың – байлығың, хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр.

Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Атлант” стадионында спорт урам ҡорамалдары ҡуйылды. Бында турник, урам тренажеры, швед стенкаһы, гимнастика өсөн эскәмйә бар хәҙер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: спорт инвентарҙары үткән йыл “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса алынды.
Спорт ҡорамалдары балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыусы-тренерҙары һәм район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса баш белгесе Артур Сафин ҡатнашлығында урынлаштырылды. Шәхси эшҡыуар Юлай Хафизов бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.
Урам тренажерҙары бөтә мускулдарҙы хәрәкәткә килтерә, нығыта. Ауыл халҡына спорт менән шөғөлләнергә мөмкинселек бирә. Күнекмәләр асыҡ һауала үтә һәм был коронавирусҡа бәйле пандемия ваҡытында иң хәүефһеҙе булып тора.
Ҡазыхановтар ғаиләһе (фотола) Оло Ыҡтамаҡ ауылына күптән түгел күсеп килгән. Ғаилә башлығы Ринат һөнәре буйынса бокс тренеры, шуға ла балалары Әҙилә менән Давид та спорт менән дуҫтар. Буш ваҡыттарын “Атлант” стадионында үткәрәләр, тренажерҙар урынлаштырылғас, көс талап иткән күнекмәләр өҫтәлә.
– Спорт – ул һаулыҡ, көс, матурлыҡ, сынығыу, ныҡ иммунитет. Шуға ла мин балаларымдың спорт менән шөғөлләнеүҙәрен теләйем, – ти Ринат.