Ярыштарҙа туғыҙ белем биреү учреждениеһынан командалар – 100-ләгән уҡыусы ҡатнашты. Ярыш программаһына түбәндәге этаптар инде: туристик төйөндәр бәйләү, үҙ страховкаңда тау битләүенә үрмәләү һәм төшөү, азимутты һәм топонимик тамғаларҙы билдәләү, тиҙлек менән төшөү. Шулай уҡ балалар Башҡорт-остан тарихы һәм географияһы буйынса тест үтте.
Ярыштар өс йәш категорияһы буйынса уҙғарылды. Әҙерлектәре төрлө кимәлдә булған ҡатнашыусыларҙың барыһы ла 2 км оҙонлоҡтағы трассаны үтте. Үҙ йәш төркөмдәрендә иң яҡшы саңғысылар асыҡланды, улар грамоталар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде.
Ярыштар йомғаҡтары буйынса урындар түбәндәгесә бүленде:
Урта мәктәптәр араһындағы өлкәнйәш төркөмөндә:
I урын – Арыҫлан Шафиҡов, Аида Әһлетдинова, II – Илназ Абдуллин, Айнур Рәжәпов – Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе (етәкселәре – Р. Хөснуллина), III – Илмир Абдрахманов, Азат Мусейбов – Дыуан-Мәсетле мәктәбе (Ф. Миңлекаев).
Дөйөм белем биреү мәктәптәре араһындағы өлкән йәш төркөмөндә:
I урын – Гөлйемеш Нурыева, Илсур Әхмәтшин, II – Ғүмәр Ғүмәров, Рамаҙан Ашыргельдиев – Яңы Яуыш мәктәбе (Р. Кусәбирҙина).
Урта мәктәптәр араһындағыуртансы йәш төркөмөндә:
I урын – Иван Крючков, Ирина Шабакова – 1-се лицей (Ю. Юнысов), II – Луиза Ғәлләмова, Илнар Йосопов – Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе (Р. Хөснуллина), III урын – Денис Фәйзрахманов, Тимур Ниғәмәтйәнов – Оло Аҡа мәктәбе (И. Рәхимова).
Дөйөм белем биреү мәктәптәре араһындағы уртансы йәш төркөмөндә:
I урын – Валерия Шакирова, Илүзә Фәтихова, II – Эльвина Ғәлимова, Ринат Хәсбиуллин – Ҡорғат мәктәбе (Р. Фәтихов), III урын –Илнур Абдрахманов, Илшат Шаһиев – Яңы Яуыш мәктәбе (Р. Күсәбирҙина).
Урта мәктәптәр араһындағы кесе йәш төркөмөндә:
I урын – Екатерина Нуртдинова, Рушана Фәйрушина – Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто (Ф. Хәйретдинов), II – Айгизә Зиялетдинова, Константин Ерасов – Ҡорғат мәктәбе (Р. Фәтихов), III – Данил Кәримов, Александр Крючков – Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто (Ф. Хәйретдинов).
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр конкурсында урта белем биреү учреждениелары араһында беренсе урынды Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең тыуған яҡты өйрәнеүселәре алды, 1-се лицей һәм Баш-ҡорт гимназияһының крайҙы өйрәнеүселәре икенсе һәм өсөнсө урындарға лайыҡ булды. Кесе төркөмдә Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто менән Яңы Яуыш мәктәбе крайҙы өйрәнеүселәре, бер төрлө балдар йыйып, беренсе һәм икенсе урындарҙы бүлеште. Ҡорғат мәктәбе – өсөнсө урында.
Ф. ХӘЙРЕТДИНОВ,
Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң туризм буйынса инструкторы.