Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Март 2020, 15:00

Көрәш

Балаҡатай районының Яңыбай мәктәбе спорт залында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған милли көрәш буйынса ярыш үтте. Унда мәсетле спортсылары ла ҡатнашты.

Йомғаҡтар буйынса 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында: Илсур Әхмәтшин (1-се урын) һәм Айнур Рәжәпов (2-се), 55 килограмға тиклем – Арыҫлан Шафиҡов (3-сө), 50 килограмға тиклем – Илназ Абдуллин (2-се), 45 килограмға тиклем – Әмир Ахунов (2-се), 40 килограмға тиклем – Илшат Шаһиев (1-се), 30 килограмға тиклем – Иман Динов (3-сө) һәм Айсур Хафизов (2-се), 25 килограмға тиклем – Илнур Дәүләтбаев (2-се) иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Уҡытыусы-тренерҙары – В. Тәүәкәлов һәм Д. Абдрахманов.