Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Март 2020, 17:00

Аҙна ярышы

Үткән шәмбе, район ойошмалары хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл биләмәләре араһында спартакиадаға ярашлы, шахмат буйынса район ярышы үтте.

Ауыл биләмәләре араһында олоаҡалар командаһы иң яҡшыһы булды. Икенсе урынды – Абдулла, өсөнсөнө Ҡорғат ауыл биләмәләре алды.
Шәхси беренселектә ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урын Аделина Бәхтигәрәевала (Оло Аҡа). Икенсе урында – Аделина Мостафина (Абдулла), өсөнсөлә – Нурания Абдрахманова (Ҡорғат). Ирҙәр араһында: беренсе урын – Айвар Ғәлләмов (Ләмәҙтамаҡ), икенсе – Ришат Дигашев (Оло Аҡа), өсөнсө – Азеф Мәғрүпов (Абдулла).
Ойошмалар араһында беренсе урынға – “Ҡарағай” йәмғиәте, икенсегә – балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, өсөнсөгә Абдулла мәктәбе лайыҡ булды.
Еңеүселәр һәм призерҙар район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге грамоталары һәм миҙалдары менән бүләкләнде.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында беренсе тапҡыр волейбол буйынса ирҙәр командалары араһында шәхси эшҡыуар А. Р. Ғафаров кубогына турнир үтте.
Унда Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондары волейболсылары ҡатнашты. Ныҡышмалы көрәштә “ШЭ Киселев” (Дыуан районы) командаһы турнир еңеүсеһе булды. Икенсе урынды – “ШЭ Завьялов” (Дыуан районы), өсөнсөнө “ШЭ Ғафаров” (Мәсетле районы) командалары алды.