Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Март 2020, 18:00

Саңғы ярышы

29 февралдә “Комета-спорт” базаһында һәр йылдағыса саңғы уҙышы булды. Унда “Берҙәм Рәсәй” партияһы яҡлылар һәм ағзалары, шулай уҡ район ойошмалары, предприятиелары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Был көндө стартҡа власть вәкилдәре, профессиональ спортсылар һәм структур подразделениелар белгестәре, шулай уҡ ауыл биләмәләре кешеләре сыҡты.

Сараны район хакимиәтенең физкультура буйынса баш белгесе Артур Сафин асты. Ул барлыҡ ҡатнашыусыларға – сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлыларға – уңыштар һәм финишҡа еңеүсе булып килеүҙәрен теләне.
“Саңғы ярышы – мәсетлеләрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыусы яҡшы традицияға әйләнгән бик шәп спорт байрамы. Беҙ саңғыла шыуҙыҡ, коллегалар, дуҫтар менән аралаштыҡ, ыңғай энергия алдыҡ”, – тип уртаҡлашты тәьҫораттары менән “Берҙәм Рәсәй” партияһы яҡлыларҙың урындағы советы рәйесе Гүзәлиә Әхмәтйәнова.
Ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәле төрлөсә булһа ла, һәр кем үҙ күрһәткесен яҡшыртырға тырышты. Дистанцияларҙы барыһы ла үтә алды.
Һөҙөмтәлә район ойошмалары араһындағы шәхси зачетта 40 йәшкә тиклемге ирҙәр араһында (2 км) беренсе урынды Фәнил Динисламов (1-се лицей), икенсене Вячеслав Сунаргин (“Ҡарағай” шифаханаһы), өсөнсөнө Эдуард Кондратьев (Балалар шифаханаһы) алды. 40 йәштән өлкәнерәк ирҙәр араһында (2 км) беренсе урын Азамат Ҡәләмовта (район хакимиәте), икенсе – Сергей Кустиковта (1-се лицей), өсөнсө – Ринат Әхмәтйәновта (Дыуан күп профилле колледж филиалы).
40 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында (1 км) Илүзә Әхмәтханова (“Урал” телестудияһы) еңеүсе булды. Икенсе урында – Гөлназ Зәйдуллина (1-се лицей), өсөнсө – Гүзәлиә Әхмәтйәнова (“Берҙәм Рәсәй”). 40 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар (1 км) араһында Ольга Топычкановаға (1-се лицей) тиңдәр булманы. Наталья Ковина (район хакимиәте) – икенсе, Зөлфиә Кардашина (Балалар шифаханаһы) – өсөнсө.
Ауыл биләмәләре буйынса 40 йәшкә тиклемге ирҙәр араһында (2 км) беренсе – Рәдиф Зиялтдинов (Ҡорғат а/с), 40 йәштән өлкәнерәк ирҙәр араһында (2 км) – Салауат Ғибәҙуллин (Оло Ыҡтамаҡ а/с). 40 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында (1 км) еңеүсе – Гөлфинә Аҡмалова, 40 йәштән өлкәнерәк (1 км) ҡатын-ҡыҙҙарҙан – Дания Зарипова. Икеһе лә Ҡорғат ауылы биләмәһенән.
Район ойошмалары араһындағы команда зачетында: беренсе урында – 1-се лицей, икенсе – район хакимиәте, өсөнсө – “Ҡарағай” шифаханаһы. Ә ауыл биләмәләре араһында: беренсе – Ҡорғат, икенсе – Оло Ыҡтамаҡ, өсөнсө – Ростов.
Уларға миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды.