Район ойошмалары араһындағы команда зачетында: беренсе урында – 1-се лицей, икенсе – район хакимиәте, өсөнсө – “Ҡарағай” шифаханаһы. Ә ауыл биләмәләре араһында: беренсе – Ҡорғат, икенсе – Оло Ыҡтамаҡ, өсөнсө – Ростов.
район ойошмалары араһындағы шәхси зачетта 40 йәшкә тиклемге ирҙәр араһында (2 км) беренсе урынды Фәнил Динисламов (1-се лицей), икенсене Вячеслав Сунаргин (“Ҡарағай” шифаханаһы), өсөнсөнө Эдуард Кондратьев (Балалар шифаханаһы) алды. 40 йәштән өлкәнерәк ирҙәр араһында (2 км) беренсе урын Азамат Ҡәләмовта (район хакимиәте), икенсе –Сергей Кустиковта (1-се лицей), өсөнсө – Ринат Әхмәтйәновта (Дыуан күп профилле колледж филиалы).
40 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында (1 км) Илүзә Әхмәтханова (“Урал” телестудияһы) еңеүсе булды. Икенсе урында – Гөлназ Зәйдуллина (1-се лицей), өсөнсө – Гүзәлиә Әхмәтйәнова (“Берҙәм Рәсәй”). 40 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар (1 км) араһында Ольга Топычкановаға (1-се лицей) тиңдәр булманы. Наталья Ковина (район хакимиәте) – икенсе, Зөлфиә Кардашина (Балалар шифаханаһы) – өсөнсө.
Ауыл биләмәләре буйынса 40 йәшкә тиклемге ирҙәр араһында (2 км) беренсе – Рәдиф Зиялтдинов (Ҡорғат а/с), 40 йәштән өлкәнерәк ирҙәр араһында (2 км) – Салауат Ғибәҙуллин (Оло Ыҡтамаҡ а/с). 40 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында (1 км) еңеүсе – Гөлфинә Аҡмалова, 40 йәштән өлкәнерәк (1 км) ҡатын-ҡыҙҙарҙан – Дания Зарипова. Икеһе лә Ҡорғат ауылы советынан.