Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль 2020, 15:00

Волейбол буйынса беренселек

15 февралдә 10.30 сәғәттә район Мәҙәниәт һарайының спорт залында Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу көнөнә һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған волейбол буйынса беренселек була.

Ярышта ойошмалар, предприятиелар, учреждениелар, ауыл биләмәләренең әҙерлек үткән һәм табиптан рөхсәт алған командалары ҡатнашасаҡ. Заявкалар 8 (34770) 2-17-85 телефоны буйынса район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлегендә ҡабул ителә.