Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын отто һәм республиканың 10 районында традицион уҡ атыу буйынса клубтар төҙөүгә йүнәлтелгән.
Юлай Ғәлиуллин уҡ атыу традицияһын тергеҙергә һәм балаларға был эшкә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итә. Ошоға оҡшаш үҙәк төҙөү идеяһын ул теүәл дүрт йыл уйында йөрөтә. Уҡ атыу билдәле бер нәмәлә иғтибарҙы туп- ларға өйрәтә, терәк-хәрәкәт аппаратын яҡшырта һәм һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай.
Проект “Бөтә донъя фольклориада-2020”, “Бөтә донъя апимондия-2022” сараларына әҙерлек, төрлө һабантуй, форум, фестиваль, ярыштарҙа ҡатнашырлыҡ уҡсылар, белгес-тренерҙар әҙерләү, һыбай барған килеш атыу һәм традицион уҡ атыуҙы популярлаштырыу, йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә этәргес көс биреү, республикабыҙҙа туризмды үҫтереү маҡсатында тормошҡа ашырыла.
Семинарға казактар йәм-ғиәте, “Йәш армеецтар” хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте ағзалары һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы уҡыусылары килгәйне. Йыйыл-ғандарҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Халиҡ ҡыҙы йылы һүҙҙәр менән сәләмләне. Ул сарала ҡатнашыусыларҙы ваҡытты фай- ҙа менән уҙғарырға һәм спорт менән шөғөлләнергә өндәне. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марат Әхмәтшин традицион уҡ атыуҙы популярлаштырған һәм үҫтергән өсөн Юлай Ғәлиуллинға Рәхмәт хаты тап- шырҙы.
Юлай Рәфҡәт улы балаларға “Мәргән уҡсы” хәрәкәте һәм, ғөмүмән, республикала этно-спортты үҫтереү, шулай уҡ баш-ҡорт ирҙәре кейемдәре тураһында бәйән итте. Ул баш кейемдәренең, өҫ кейемдәренең, аяҡ кейемдәренең күп төрлөлөгөн һәм уларҙы кейеү ысулдарын күрһәтте. Сараның иң мауыҡтырғыс өлөшө традицион уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре булды. Хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж һәм атыу ҡағиҙәләре, алымдары менән танышҡандан һуң, ҡатнашыусылар атыуға тотондо. Атып ҡарарға теләгәндәр араһында гүзәл зат вәкилдәре лә бар ине. Башҡортостандың иң мәргән уҡсыһы мәсетлеләргә уҡ атыу өсөн йыйылмалар бүләк итте, уның ярҙамында беҙҙең районда ла этноспорт таралыу аласаҡ.