Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ғинуар 2020, 13:15

Ҡазыхановтар – ғаилә уйындары финалында

18 ғинуарҙа Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проекты буйынса “2020 йылғы Яңы йыл ғаилә уйындары” республика фестиваленең финалы уҙҙы.


– Призлы урынға сыҡманыҡ, әммә ошондай ҙур фестивалдә ҡатнашыу, балаларҙың күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары күреү үҙе бәхет, – ти Гүзәл Ғайса ҡыҙы. – Бүләктәр бирҙеләр, ҡотланылар, хис-тойғоларыбыҙ ташып тора.

Республиканың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, фестиваль йыл һайын уҙғарыласаҡ. Унан тыш, яҙғы һәм көҙгө ғаилә уйындары үтәсәк.

“2024 йылда ярышта Хәбировтар ғаиләһе мотлаҡ ҡатнашасаҡ”, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.