Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Ғинуар 2020, 13:00

Файҙалы ял

Уҙған шәмбе Оло Ыҡтамаҡ ауылының ике майҙанында спорт ярыштары гөрләп торҙо.

“Атлант” стадионында беренсе тапҡыр быймаларҙа футбол уйнау буйынса район турниры үтте. Теләһә ниндәй спорт сараһы кеүек үк, ул да тантаналы теҙелештән башланды. Ҡатнашыусыларҙы район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев сәләмләне. Ул турнирҙың йыл һайын үткәреләсәгенә һәм мәсетлеләр араһында популярлыҡ алырына өмөт белдерҙе. Артабан ярыштарҙың баш судьяһы – Балалар-үҫмер-ҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Марс Хужин турнирҙың регламентын уҡып ишеттерҙе. Ярышыусыларға ун бишәр минуттан ике период уйнайһы бар ине.
Быйма кейеп футбол уйнау – һәүәҫкәр спорт төрө, әммә шундай уҡ ҡатмарлы. Күнегелмәгәнлектән, быйма менән былай ҙа шәп йөрөп булмай. Ә йүгереү һәм футбол уйнау өсөн спорт аяҡ кейеме булараҡ, ул бөтөнләй тура килмәй кеүек. Ләкин бындай футболдың бөтөн асылы тап шунда ла инде. Бында гел генә оҫталыҡ, техника һәм тиҙлек еңмәй. Ҡарҙан туп менән йүгерер өсөн, барыһынан да элек, йылғырлыҡ һәм сыҙамлылыҡ кәрәк. Был йәһәттән балалар ысын көрәшсе характеры күрһәтте.
Уйындар һөҙөмтәһе буйынса Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалы йыйылма командаһы футболсылары турнирҙың еңеүселәре булды. Икенсе урын Яңы Яуыш ауылы командаһына эләкте. Был командала ҡыҙҙар– мини-футбол буйынса мәктәп командаһы уйынсылары ла бар ине. Былтыр улар Төньяҡ-Көнсығыш командалары араһында еңеүсе булып, Сибайҙа республика ярышында ҡатнашты һәм икенсе урын алды. Өсөнсө урынды Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре яуланы.
Ошо уҡ көндө “Комета-спорт” саңғы базаһында Баш-ҡортостан уҡыусыларының XXII спартакиадаһына ярашлы саңғы уҙышы буйынса (ҡышҡы миҙгелде асыу) район ярышы булды. Унда 120-нән ашыу кеше ҡатнашты. Ярыштар йомғаҡтары буйынса команда зачетында 1-се лицей спортсылары иң юғары һөҙөмтә күрһәтте. Икенсе урында – Башҡорт гимназияһы, өсөнсө – Әжекәй мәктәбе. Шәхси беренселектә урындар түбәндәге тәртиптә бүленде:
Ҡыҙҙар (2008 йылғы һәм кесерәк) командалары араһында:
1-се урын – Айгүзәл Фәттәхова, Йонос мәктәбе;
2-се – Ралина Мөхәмәтова, Әбдрәхим мәктәбе;
3-сө – Виктория Лобашова, Оло Аҡа мәктәбе.
Үҫмер егеттәр (2008 йылғы һәм кесерәк) араһында:
1-се урын – Инсаф Йыһануров, 1-се лицей;
2-се – Никита Макаров, 1-се лицей;
3-сө – Юлай Динов, Яңы Яуыш мәктәбе.
Ҡыҙҙар (2005 – 2007 йылғылар) командалары араһында:
1-се урын – Алина Широкова, 1-се лицей;
2-се – Эльвира Нуретдинова, Теләш мәктәбе;
3-сө – Ләйсән Саҙиҡова. Башҡорт гимназияһы.
Үҫмер егеттәр (2005 – 2007 йылғылар) араһында:
1-се урын – Айрат Ғәниев, 1-се лицей;
2-се – Дмитрий Кучеров, 1-се лицей;
3-сө – Роман Русинов, Баш-ҡорт гимназияһы.