Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Август 2019, 12:00

Байрам яланы хайран: спорт һөйөүселәр йыйылған

Үткән ялда Оло Ыҡтамаҡ ауылының район Һабантуйы яланында мәсетлеләр Физкультурник көнөн билдәләне.


Сараға район ауыл биләмәләренән командалар килде. Көн ҡояшлы булды, ә спортсылар һәм барлыҡ спорт һөйөүселәрҙең сыҙамлығы һәм көсө уны онотолмаҫлыҡ сағыу, күңелле һәм дәртле итте. Иртәнән үк стадионда күмәк халыҡ йыйылды: ҡатнашыусылар ғына түгел, ә көйәрмәндәр ҙә. Сәләмләү һәм ҡотлау һүҙҙәре менән йыйылыусыларға район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев мөрәжәғәт итте.

Физкультурниктар көнөндә төрлө спорт төрөндә иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкәндәрҙең, шулай уҡ тренерҙар-ҙың, йәш спортсыларҙың остаздарының хеҙмәтен һәм уңыштарын билдәләү ғәҙәткә ингән. Быйыл рәхмәт хаттарына Башҡорт гимназияһының физкультура уҡытыусыһы Айҙар Фәтҡуллин, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусылары Илгизәр Ғилметдинов менән Фәрҙиән Мөхәмәтов, спортсылар: 2019 йылда Ҡазан ҡалаһында БР Ауыл спорт уйындарына ярашлы үткән гер спорты буйынса финал ярыштары призеры Айҙар Хужин (гер спорты буйынса спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәгән), Айвар Ғәлләмов (2019 йылда Красноуфимск ҡалаһында шахмат буйынса төбәк-ара турнир еңеүсеһе, 2019 йылда Хәйбулла районында шахмат буйынса төбәк-ара турнир еңеүсеһе, күп тапҡыр шахмат буйынса район һәм зональ ярыштар призеры), Артур Хәбибуллин (2019 йылда Красноуфимск ҡалаһында шахмат буйынса төбәк-ара турнирҙа еңеүсе, күп тапҡыр шахмат буйынса район һәм зональ ярыштар призеры), Искәндәр Ғилметдинов (райондың спорт тормошонда әүҙем ҡатнаша, йәмәғәтсе), Ғәлиәскәр Мөниров (2018 йылда шайбалы хоккей буйынса Баш-ҡортостан чемпионы, 2018 йылда Туймазы ҡалаһында 2004 – 2006 йылғы балалар араһында шайбалы хоккей буйынса БР беренселегендә “Иң яҡшы бомбардир”, 2019 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Р. Б. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” турнирында 2-се урын, 2019 йылда Салауат ҡалаһында Р. Б. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” Бөтә Рәсәй турнирында 3-сө урын) лайыҡ булды. Шулай уҡ районда спортты үҫтереүҙәге ярҙамы, районда спорт сараларын ойошторорға һәм үткәрергә ярҙам иткәне өсөн Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Радик Ғәләүетдинов Рәхмәт хаты алды.

Бүләкләүҙәрҙән һуң волейбол, футбол, еңел атлетика, гер спорты, армспорт буйынса ярыштар һәм ғаилә конкурстары уҙғарылды. Һабантуй яланында уйындар ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Айырыуса футбол майҙансығында көсөргәнешле көрәш йәйелде. Тирләп-бешеп, арығандарын да онотоп, футболсылар туп артынан сапты, әйтерһең дә был иптәштәр матчы түгел, ә Олимпия уйындары ине.

Һөҙөмтәлә: футбол (ауыл йәштәре) буйынса I урын – Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Исток” командаһы; II – Оло Аҡа һәм Әжекәй ауылдарының йыйылма командаһы; III – Яңы Яуыш ауылы командаһы; мини-футбол (2005 – 2007 йылғылар): I урын – 1-се лицейҙың “Олимп” командаһы; II – 1-се лицей.

Ауыл йәштәре араһындағы волейбол ярыштарында Һабанаҡ ауылы уйынсылары иң яҡшыһы булып сыҡты, почет пьедесталының икенсе һәм өсөнсө баҫҡыстарын Оло Ыҡтамаҡ һәм Әләгәҙ ауылдары командалары биләне.

Еңел атлетика буйынса төрлө дистанцияға ярыштар тамашалы һәм ҡыҙыҡлы үтте. Һәр ҡатнашыусы еңеүсе булыу өсөн иң ҙур тырышлыҡ һалды. Еңел атлетика эстафетаһында ирҙәр араһында 100 м дистанцияға Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Илдар Мөхәмәтйәнов, ә үҫмер егеттәр араһында 100 м дистанцияға Йонос ауылынан Илсаф Йыһануров чемпион булды. 1000 м дистанцияла ирҙәр араһында I урын Йонос ауылынан Вәсил Мөнировта, ә 400 м дистанцияла үҫмер егеттәр араһында I урын Айрат Ғәниевта. Йөҙ метрға йүгереүҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Әләгәҙ ауылынан Наталья Ғәлимова иң яҡшы ваҡыт күрһәтте.

Армспорт буйынса (70 кг тиклем, ирҙәр): I урын –Айҙар Сәфиев; II урын – Вилдан Хаматуллин; III – Владислав Муллағәлиев, уларҙың барыһы ла Оло Ыҡтамаҡ ауылынан; 70 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында ирҙәр араһында: I урын Әләгәҙ ауылынан Алик Нәбиуллинда; II урынды Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Филүс Хәмиҙуллин алды; III – Йонос ауылынан Вәсил Мөниров; 70 килограмға тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында: I урын – Әләгәҙ ауылынан Гүзәлиә Хафизова; II – Оло Ыҡтамаҡтан Фиҙәлиә Ниязова; III – Яңы Яуыштан Лилиә Нәбиуллина.

Гер спорты буйынса бәйгеләрҙә (70 кг тиклем, ирҙәр): I урын– Яңы Яуыштан Денис Нәбиуллин; II –Һабанаҡ ауылынан Айрат Ғәлиев; III – Йонос ауылынан Вәсил Мөниров; 70 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында ирҙәр араһында: I урын – Әләгәҙ ауылынан Алик Нәбиуллин; II урынды Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Филүс Хәмиҙуллин алды; III – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Рәшит Хәмитов.

Бөтөн ғаилә өсөн “Атай, әсәй, мин – спорт һөйөүсе ғаилә!” конкурсында I урынды Яңы Яуыш ауылынан Нәбиуллиндар ғаиләһе яуланы, II урын Оло Ыҡтамаҡтан Баһауетдиновтар ғаиләһендә, III – Оло Ыҡтамаҡтан Ниязовтар ғаиләһе.

Барлыҡ еңеүселәр ҙә грамоталар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде.