Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Июнь 2019, 19:14

Футбол районда йәшәй!

Спорт төрҙәре күп һанлы. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙың раҫлауынса, улар араһында футбол иң киң таралған спорт уйыны булып тора. Ҡайһы бер илдәрҙә хатта унһыҙ тормоштарын күҙ алдына ла килтермәйҙәр.

Ә ул шулай башланып китә: ихаталар командалары үҙ-ара ярыша. Унда барыһы ла – ололар ҙа, балалар ҙа уйнай. Компьютерҙар әле хыялда ла булмаған ваҡыттарҙа малайҙар, ихаталарында йыйылып, командалар төҙөгән. Һәүәҫкәр футболсыларҙың уйындары бөгөн профессиональ уйнаусыларҙан һис ҡалышмай. Миҫал артынан йыраҡ йөрөйһө түгел. 25 майҙа Красноуфимск ҡалаһында һәүәҫкәр командалар араһында футбол буйынса асыҡ чемпионат старт алды. Унда беҙҙең Мәсетле районынан “Исток” футбол командаһы сығыш яһай. Чемпионатта һигеҙ команда ҡатнаша. Улар-ҙың етеһе – Свердловск өлкәһенән һәм Красноуфимск ҡалаһынан. Уйында һәр команда беренсе булырға тырыша. Уйынсыларҙың һәм көйәрмәндәрҙең тойғоларын һүҙ менән генә әйтеп бирерлек түгел.

Был уйын хаҡында тулыраҡ белеү өсөн беҙ районыбыҙ командаһы капитаны Сергей Коробкинға бер нисә һорау бирҙек.

– Команда ҡасан барлыҡҡа килде? Күнекмәләр ҡайҙа үтә?

– Командабыҙҙа уйнаусы һәр кем бала саҡтан уҡ футбол уйнай. Беҙ кистәрен туп тибә торғайныҡ, мәктәп ярыштарында ҡатнаштыҡ. 2009 йылда команда төҙөргә булдыҡ. Шул мәлдән алып беҙ район, зональ, республика ярыштарында ҡатнашабыҙ. Тәүҙә Ыҡ йылғаһы аръяғында бер нисә генә кеше шөғөлләндек. Был уйындың башы ғына ине. Артабан уйнарға теләүселәр арта ғына барҙы. Бөгөн командала 11 кеше: Ринат Ғаянов, Айнур Абдрахманов, Андрей Нонешнев, Иршат Фәхретдинов, Илдар Ғәлләүев, Артур Мирхәйҙәров, Вячеслав Булатов, Мортаза Рәхимов, Азамат Ярмушев, Илназ Зәләев. Уларҙың һәр ҡайһыһы бар көсөн һалып уйнай, сөнки футбол беҙҙең өсөн уйын ғына түгел!

– Командағыҙҙың ниндәйҙер ҙур наградалары бармы?

– Әлбиттә, район ярыштарында ҡатнашҡан өсөн күп һанлы грамоталар һәм кубоктар менән бүләкләнгәнбеҙ. Әммә беҙҙең өсөн иң ҙур награда – 2012 йылда Малаяҙ ауылында зональ ярыштағы еңеү. 2015 һәм 2018 йылдарҙа зональ ярыш Оло Ыҡтамаҡ ауылында һәм Бөрө ҡалаһында үтте. Уларҙа беҙ икенсе урын яуланыҡ. Икенсе йыл инде командабыҙ Красноуфимск ҡалаһында уйнау мөмкинлегенә эйә. Беҙ быға бик шатбыҙ.

– Еңелеүҙәрҙе нисек кисерәһегеҙ?

– Минеңсә, еңел еңеүгә ҡарағанда, ауыр көрәш яҡшыраҡ. Еңелеүҙәр артабан тағы ла яҡшыраҡ уйнарға ынтылыш тыуҙыра.

– Бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәр бармы?

– Йыш ҡына ярыштарға үҙ иҫәбебеҙгә сығабыҙ. Инвентарь ала башлағанда юл төҙөү-ремонтлау идаралығы ярҙам итте. Шулай уҡ район хакимиәте лә ярҙамлашып тора.

Һәүәҫкәр футбол – ул күп егеттәрҙең йөрәген мәңгелеккә яулап алған үҙенсәлекле уйын. Киләсәктә спортҡа ҡарата булған һөйөү осҡондары ялҡынға әйләнер һәм футболсылар һаны тағы ла артыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Красноуфимск ҡалаһы чемпионаты дауам итә. Футболсыларыбыҙға уңыштар теләп ҡалайыҡ!