Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Апрель 2019, 15:06

Урындағы үҙидара көнө хөрмәтенә

Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеүгә ярашлы Мәсетле районының муниципаль хеҙмәткәрҙәре Оло Ыҡтамаҡ район Мәҙәниәт һарайының спорт залында волейбол буйынса район ярышында осрашты.

Сараны район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин асты. Ул кешеләргә хеҙмәт итеү өлкәһендә барыһына ла уңыштар, коллегалары һәм халыҡ ихтирамын, түҙемлек һәм тәрән аҡыл теләне. Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр-ҙәрҙе билдәләп үтте. Урындағы үҙидараны үҫтереүгә шаҡтай өлөш индергәндәре, әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлектәре өсөн һәм Урындағы үҙидара көнөн байрам итеү менән бәйле Мәсетле районы муниципаль районы Советы депутаттары Зөлфиә Әбүбәкерова менән Николай Карлыхановҡа, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Радик Ғәләүетдинов-ҡа район Советының Почет грамоталарын, урындағы үҙ-идара органдарында яҡшы һәм нәтижәле хеҙмәттәре, әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлектәре өсөн Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Степан Гуштюкка, Яңы Яуыш һәм Әләгәҙ ауыл биләмәләре старосталары Ильяс Дәүләтбаев менән Сергей Саламатовҡа район Советының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Урындағы үҙидара органдарында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре өсөн “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы” ассоциацияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр: район хакимиәте финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары Рәйлә Хизбуллина, Йонос ауыл биләмәһе хакимиәтенең 2-се категориялы белгесе Фәүзиә Мөхәрәмова, район хакимиәтенең физкультура, спорт һәм туризм буйынса баш белгесе Артур Сафин, Мәсетле биләмә-ара китапхана ситемаһы директоры Светлана Ғәлимова, Рос-тов ауыл биләмәһе хакимиәтенең 2-се категориялы белгесе Гөлнара Сафина. Хеҙмәт бурыстарын үтәүгә намыҫлы ҡарағандары, юғары профессионаллектәре һәм Урындағы үҙидара көнөн байрам итеү уңайынан Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раил Низамовҡа, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Лена Ғибәҙуллинаға, район хакимиәтенең финанс идаралығы бюджетын үтәү секторы мөдире Флүзә Иҡсановаға Мәсетле район хакимиәтенең почет грамоталары тапшырылды.

Ҡотлауҙар һәм бүләкләүҙәрҙән һуң Мәсетле районы хакимиәте һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәренең алты командаһы араһында көсөргәнешле һәм ҡыҙыҡлы уйындар башланды. Был көндө һәр команда ярышташын еңергә теләне. Ләкин район хакимиәтенең йәштәр командаһы тәжрибәлерәк һәм көслөрәк булып сыҡты (һүрәттә). Икенсе урынға район хакимиәте командаһы (өлкәндәр) лайыҡ булды һәм өсөнсө урынды Ҡорғат, Кесе Ыҡтамаҡ, Ростов ауыл биләмәләре командаһы алды.

Еңеүсе командалар һәм ярыш призерҙары район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге грамоталары, кубоктары һәм миҙалдары менән бүләкләнде.