Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Март 2019, 18:08

Шахмат ширҡәтендә

Яңыраҡ район Мәҙәниәт һарайында шахмат буйынса район ойошмалары, предприятиелары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһындағы спартакиадаға ярашлы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған район ярышы үтте.

Сараны үткәреү өсөн район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге, шулай уҡ Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе яуаплы ине.

Уйын ойошҡанлы башланды. Ҡатнашыусылар ҡул бирешеп күрешкәндән һуң, интеллектуаль көрәш башланы. Залдағы тулы тынлыҡта шахматсыларҙың таҡталағы фигураларҙы күсергәне һәм сәғәттәрҙең бер партияға бирелгән ваҡыт иҫәбен алып барғаны ғына ишетелде. Ваҡыт һиҙелмәй үтеп тә китте. Уйын тамамланғандан һуң, судьялар йомғаҡ яһаны. Урындар түбәндәгесә бүленде:

Команда беренселегендә:

1-се урын – “Ҡарағай” шифаханаһы; 2-се – мәғариф бүлеге; 3-сө – Дыуан күп профилле колледжы филиалы.

Шәхси беренселектә:

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында (3-сө таҡта) 1-се урын – Дениза Ғиззәтова (“Ҡарағай”); 2-се – Лиана Кәримова (мәғариф бүлеге); 3-сө – Вәсилә Сәфиуллина (колледж филиалы).

Ирҙәр араһында (1-се таҡта) 1-се урын – Артур Хәбибуллин (“Ҡарағай”); 2-се – Илнур Мөхәмәтйәнов (Яңы Мишәр мәктәбе); 3-сө – Ильяс Шарапов (мәғариф бүлеге).

Ирҙәр араһына (2-се таҡта) 1-се урын – Илдар Сәлимов (мәғариф бүлеге); 2-се – Владик Тәүәкәлов (колледж филиалы); 3-сө – Римил Низаев (“Ҡарағай”).

Еңеүселәр һәм призерҙар район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге грамоталары һәм миҙалдары менән бүләкләнде.