Йонос ауылы боҙ майҙансығында хоккей миҙгелен яптылар. Турнирҙа биш команда ҡатнашты. Улар кесе һәм өлкән төркөмгә бүленгәйне.
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан йәш хоккейсылар йоностарҙы 2:0 һәм Яңы Мишәр менән Дыуан-Мәсетле ауылдарының йыйылма командаһын 4:0 иҫәбе менән еңде. Шулай итеп, иң күп мәрәй йыйып, улар кесе төркөмдә еңеүселәр булды. Икенсе һәм өсөнсө урын өсөн уйын 4:2 иҫәбе менән йоностар файҙаһына тамамланды.
Өлкән төркөмдә Йонос ауылының “Сапсан” хоккейсылар командаһы, Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ыласын” командаһы спортсыларына бер ниндәй ҙә мөмкинлек ҡалдырмайынса, уларҙы 7:3 иҫәбе менән еңде.
Командаларға кубоктар, грамоталар һәм приздар тапшырылды. Турнирҙың бағыусыһы – “Монолит” сауҙа йорто.
Хоккейсыларҙың тағы ла бер уңышын билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Сос-тавына “Сапсан” һәм “Ыласын” командалары уйынсылары ингән район йыйылма командаһы шайбалы хоккей буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегендә төньяҡ-көнсығыш райондары командалары араһында икенсе урын алды. Районда әлеге спорт төрөнөң йылдан-йыл үҫешә генә барыуы, боҙ май- ҙансыҡтары барлыҡҡа килеүе һәм яңы командалар төҙөлөүе ҡыуандыра.